- Сағыу, төрлө төҫтәге әйбер менән уйнарға мөмкин. 5 – 6 уйынсыҡты бер тәртиптә урынлаштырып, баланың күҙен йомдороғоҙ. Тиҙ генә бер предметты алып ҡуйғас, ул нимә юҡлығын әйтеп бирергә тейеш. Юғалған әйберҙең ниндәй формала, төҫтә булыуын да аңлатып ҡараһын.