“2012 йылда Ибрай, Иҫәкәй, Һарғай ауылдарынан 37 бала белем алған Иҫәкәй урта мәктәбе, оптимизация шауҡымына эләгеп, ябылып ҡуйҙы. Ҡырҡ йылдан ашыу эшләү дәүерендә был мәктәптән бик күп оло шәхестәр сыҡты, ул гөрләп торған замандарҙы иҫләһәк, күңел әрней. Ауылға ингән тапҡырҙа ғына урынлашҡан мәктәп бинаһы бөгөн ташландыҡ хәлдә тора. Күп нәмә емерелгән, таланған. Уның киләсәгенә бәйле һорау менән район хакимиәтенә лә мөрәжәғәт иткән булды, әммә ниндәйҙер сара күрелеүе тойолмай. Бинаның хужаһы бармы? Ҡасанға тиклем ул ошо хәлдә торор?