Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Февраль 2019, 04:00

Гимназистар - унау рәтендә

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты республиканың 10 дөйөм белем биреү учреждениеһы рәтендә “Көрәш – мәктәптәргә” программаһына инде.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты республиканың 10 дөйөм белем биреү учреждениеһы рәтендә “Көрәш – мәктәптәргә” программаһына инде.


Өфөлә ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Көрәш федерацияһы башлап ебәргән пилот проектта Башҡортостандың ҡатнашыуына арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте. Сарала Радий Хәбиров һәм илдең көрәшселәр федерацияһы президенты, олимпи-ада чемпионы Михаил Мамиашвили ҡатнашты.


Килешеүгә ярашлы, республиканың 10 мәктәбендә (Өфөлә – бишәү, шулай уҡ Сибай, Күмертау, Салауат, Ишембайҙа һәм Иглин районында) көрәш буйынса өҫтәмә күнекмәләр алып барыласаҡ.


Конференцияла беҙҙең ҡаланан спорт комитеты рәйесе Альберт Сәғәҙиев һәм 2-се БГИ-ның физкультура уҡытыусыһы Рөстәм Ғәзизов ҡатнашты.



Фото: Рөстәм Ғәзизовтың шәхси архивынан.


Читайте нас: