Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Февраль 2019, 04:00

Мәргәндәр беҙҙә лә үҫә

Уҡ атып мәргәнлектә һынашыу – беҙҙең башҡорт халҡында борондан ҡалған йола. Беҙҙең ҡалала һәм рай-онда ла был шөғөлдөң тергеҙелеүе һәм үҫеүе шатландыра.

Уҡ атып мәргәнлектә һынашыу – беҙҙең башҡорт халҡында борондан ҡалған йола. Беҙҙең ҡалала һәм рай-онда ла был шөғөлдөң тергеҙелеүе һәм үҫеүе шатландыра.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында традицион уҡтан атыу буйынса 12 йәшкә тиклемге балалар араһында ҡала һәм район беренселеге үтте.


29 малай һәм ҡыҙ мәргәнлектә көс һынашты. Уларҙың 22-һе гимназия-интернаттың “Аҡтайлаҡ” клубында шөғөлләнеүселәр булһа, ете уҡсы Ишәй һәм Әхмәр ауылдарынан килгәйне. Түңәрәк етәкселәре Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы Кинйәбаева менән Илдар Зинфир улы Абыҙгилдин бәйгене мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыклы итеп ойошторҙо. Турнир аҙағында ата-әсәләргә лә мәргәнлектәрен һынап ҡарарға мөмкинселек бирелде. Сәпкә тейеүселәргә Өфөнән Азамат Юлдаш-баев һәм Ишембайҙан Гөлдәр Йосопова әҙерләгән приздар тапшырылды.


Бөтә балалар ҙа бағымсыларҙан иҫтәлекле бүләктәр алып шатланды. Мәргәнлек бәйгеһе барыһына ла бик оҡшаны. Турнирҙы ойоштороусы Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙына, Илдар Зинфир улына, “Яугир” ойошмаһына, Ишембай районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфис Ғаяз улы Фәйзуллинға, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы-нан Радик Хәмиҙуллинға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.




Фото: автор.

Читайте нас: