Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Февраль 2019, 04:00

Музейҙар үткәндәр менән бәйләй

Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенең тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына килеп инһәң, үткәндәргә ҡайтҡан һымаҡ булаһың. Тарихыбыҙҙы сағылдырған әллә күпме мәғлүмәт, көнкүреш әйберҙәре һаҡлана бында.

Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенең тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына килеп инһәң, үткәндәргә ҡайтҡан һымаҡ булаһың. Тарихыбыҙҙы сағылдырған әллә күпме мәғлүмәт, көнкүреш әйберҙәре һаҡлана бында.


Музей 1986 йылда барлыҡҡа килһә, һуңғы 25 йылда уға Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, тарих уҡытыусыһы Зөһрә Искәндәрова етәкселек итә. Бындағы ҡомартҡыларҙы бөртөкләп йыйыу өсөн ул аҙ көс һалмаған.

- Йәш быуынды тәрбиәләүҙә, уларҙың тарихты белеп үҫеүендә музейҙарҙың әһәмиәте ҙур. Һүҙ менән генә әйткәнгә ҡарағанда, балаларҙы музейға алып килеп күрһәтеп һөйләү күпкә файҙалыраҡ, һөҙөмтәлерәк. Балалар музейға килергә ярата. Үҙҙәре лә, ҡомартҡылар килтереп, музейҙы байыта. Боронғо экспонаттарҙан бында 15-16-сы быуаттағы әйберҙәр һаҡлана. Хатта Иҙел буйынан табылған мамонттың яңаҡ һөйәге лә бар, - тип әллә күпме ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе Зөһрә Минебай ҡыҙы.


Мәктәп музейында әлеге көндә 180-дән ашыу экспонат йыйылған, 50-ләп тематик альбом эшләнгән. Ул бер нисә бүлектән тора. Беренсеһе - ауыл, мәктәп, колхоз тарихына арналған, унда иҫтәлектәр ҙә, фотоһүрәттәр ҙә урын алған. Икенсеһендә, этнографик өлөштә, көнкүреш әйберҙәре, кейемдәр, һауыт-һаба һаҡлана. Өсөнсө өлөш совет осорон сағылдыра, ул ваҡыттағы мәктәп уҡыусыһы формаһын да, октябрят, пионер, комсомол значоктарын да күрергә мөмкин. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, ветерандарға арналған бүлеккә лә бай материалдар тупланған. “Үлемһеҙ полк” Бөтә Рәсәй акцияһына әҙерлек барышында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының 80-дән ашыу фотоһүрәттәре эшләнә һәм мәктәп уҡыусылары улар менән акция барышында ауыл, ҡала урамдарынан үтә. Ветерандарҙың фотолары музейҙың түренән урын алған.


Ауылдан алыҫ түгел урынлашҡан тәбиғәт һәйкәлдәре, Торатау тураһында материалдарҙы ла ҡыҙыҡһынмай ҡарау мөмкин түгел.

Шуныһы мөһим - балалар ҙа күңел һалып тыуған яҡ тарихын өйрәнә, йыл һайын район һәм республика кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай.




Фото: автор.


Читайте нас: