Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Февраль 2019, 04:00

«Хөрмәтле тамашасылар, “Йәйғор” телевидениеһы үҙ эшен башлай...»

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының “Йәйғор” телевизион студияһы алып барыусылары шулай тип сәләмләй үҙ тамашасыһын.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының “Йәйғор” телевизион студияһы алып барыусылары шулай тип сәләмләй үҙ тамашасыһын.

2015 йылдан бирле эшләп килгән студия өсөн махсус бүлмәлә бөтә нәмә бар - заманса йыһазландырылған мебель, фото-видеоаппаратура, баннер, ноутбуктар, микрофон, гимназия яңылыҡтарын күрһәтеп барған ҙур телевизор. Нурия Нәжип ҡыҙы Моратова заманында урындағы телевидениены күтәрер өсөн бар тырышлығын һалған, арымай-талмай тап ошо юҫыҡта эшләй алырҙай ижади уҡыусыларҙы эҙләп тапҡан, уларҙы телевидение серҙәренә өйрәткән. Хаҡлы ялға киткән остаздарының эшен хәҙер йәш уҡытыусы Лилиә Әхтәмова дауам итә. Мәктәп телевидениеһын ойоштороуҙың төп маҡсаты - уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу, уларҙың буш ваҡыттарын дөрөҫ ойошторорға ярҙам итеү. Студияла һәләтле балалар журналистика, репортер серҙәренә өйрәнә.

Уҡыусылар үҙҙәре сценарий яҙа, төрлө темаларға арналған сюжеттар төшөрә, уларҙы монтажлай, эфирға сығара. Гимназия уҡыусылары тәнәфес ваҡытында эскелеккә, наркоманияға ҡаршы фильмдар ҡарай. Үҙеңде телевизорҙан күреү - икеләтә ләззәт! Ә бына диктор булып ултырыу һәр кемгә лә тәтегән бәхет түгел. Тышҡы матурлыҡтан тыш, саф башҡортса һөйләшә белеү - тәүге шарт бында.


Алһыу Вәхитова, Айнур Ямалов, Гөлсәсәк Шәрипова, Илвир Вәлидов – студияның иң әүҙем ағзалары. 2016 йылда район-ҡала кимәлендә кластан тыш саралар буйынса үткәрелгән конкурста гимназия студияһы Гран-при яулаған.


10-сы класс уҡыусыһы Алһыу Вәхитова тележурналист булырға хыяллана, шуға күрә бөтә буш ваҡытын студияла үткәрә.

- Мин төрлө темаларға сюжеттар төшөрөргә өйрәндем, видеомонтаж да эшләй беләм, - ти Алһыу.


- Дикция, һөйләү техникаһын үҫтереү, шулай уҡ кешеләр менән аралашыу серҙәренә лә тап ошонда өйрәтәләр.

Тырыш ҡыҙ билдәле журналист Константин Шолмовтан практик дәрестәр алған. Кем белә, ҡасандыр зәңгәр

экрандарҙан бар республика халҡы яратып ҡараған дикторҙар Рәсимә Кәримова, Әхәт Мортазиндарға алмашҡа, бәлки тап ошо уҡыусылар килер.



Фото: автор.


Читайте нас: