Кисәне Ишембай нефть колледжы студенты Вәлидов Ильвир менән Әхмәр мәктәбенең унынсы класс уҡыусыһы Сәйфетдинова Лиана бик йәнле итеп алып барҙы. Мәктәп уҡыусылары Насыров Азамат, Әминева Арина, Рәхимова Гөлфиназ, Сәфүәнова Элина концерт номерҙары менән сығыш яһаны.