Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Ғинуар 2019, 04:00

Түгелгән көс әрәмгә китмәне

9-11 ғинуарҙа Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында өс көн дауам иткән сара ысын мәғәнәһендә рух һәм туған тел байрамына әйләнде. Шуныһы ҡыуаныслы: Ишембай районы данын яҡлаған уҡыусыларыбыҙ быйыл да һынатманы.

9-11 ғинуарҙа Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте.


Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында өс көн дауам иткән сара ысын мәғәнәһендә рух һәм туған тел байрамына әйләнде. Еңеүселәр башҡорт мәктәптәрендә белем алған, башҡорт телен дәүләт йәки туған тел булараҡ өйрәнгән уҡыусылар араһында айырым билдәләнде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты еңеү яулаған уҡыусыларҙы маҡтау грамоталары һәм фитнес өсөн беләҙектәр менән бүләкләне.


Шуныһы ҡыуаныслы: район данын яҡлаған уҡыусыларыбыҙ быйыл да һынатманы. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Гөлсәсәк Шәрипова еңеүсе исемен яулаһа, ошо уҡ уҡыу йортоноң 9-сы класс уҡыусыһы Илүзә Алтынсурина менән 11-се кластан Гөлшан Иҫәнғолова, Волга буйы федераль округының А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусының 9-сы класс уҡыусыһы Рушан Ғәйнуллин менән 8-се класс уҡыусыһы Дим Искәндәров призер булды.

Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәтеуҡытыусыһы Фаягөл Әмирханова шатлыҡ- һөйөнөстәре менән уртаҡлашты:

- Башҡа уҡыусылар ҡышҡы каникулда рәхәтләнеп ял иткәндә, был өс ҡыҙ баш күтәрмәй олимпиадаға әҙерләнде. Күреп тораһығыҙ, түгелгән көс әрәмгә китмәне, ҡыҙҙар лайыҡлы урын яуланы. Олимпиада өс турҙан тороп, унда 300-ҙән артыҡ уҡыусы ҡатнашты. Инша, викторина һорауҙары һәм быйылғы яңы тур - диалог, йәғни үҙеңдең тиҫтерең менән бирелгән тема буйынса әңгәмә ҡороу булды. Һуңғы тур ябай һымаҡ тойолһа ла, уҡыусынан күпте талап итте: тәрән йөкмәткеле, фәлсәфәүи, проблемалы һорауҙар бирә белеү, әңгәмәсеңдең дә сетерекле һорауҙарына итәғәтле, төплө яуап биреү, үҙ-үҙеңде тотошоң, хатта йылмая белеүең, мөләйемлелек кеүек сифаттар ҙа ҙур роль уйнаны. Шул уҡ ваҡытта теманы әҙәбиәт, бөгөнгө тормошобоҙҙоң иҡтисади, сәйәси хәле менән дә бәйләй белергә кәрәк ине. Был йәһәттән Гөлсәсәккә еңелерәк булғандыр, сөнки ул йәштәрҙең башҡорт телендә уҙғарылған «Аҫылташ» республика дебаттар конкурсында еңеү яулағайны, был турала гәзит уҡыусылар хәтерләйҙер. Шуға ул был турҙа максималь 10 балл алды. Һәләтле ҡыҙ иншаһы, викторина һорауҙары өсөн дә иң юғары балдарға лайыҡ булды.

Ә беҙ оло еңеү яулаған уҡыусыларға һәм уларҙың остаздарына тағы ла ҙурыраҡ уңыштар, юғары бейеклектәр теләйбеҙ.




Фото: Фаягөл Әмирханова архивынан.


Читайте нас: