Кинйәбулат мәктәбе директоры Шайморат Сәйфулла улы ҒИНИӘТУЛЛИНДЫҢ һис бер урында тапанып торғанын күрмәҫһең. Ҡулында һәр саҡ шылтырауҙан туҡтамаған телефон. Әле генә тимер атына ултырып, ауылдың бер осонан икенсе осона елдерһә, бер ни тиклем ваҡыттан райондың мәғариф бүлеге бинаһында мәж килеп йөрөй. Шуның менән йәнәш 32 йыл ауыл Советы депутаты ла ул. Кинйәбулат мәктәбен етәкләүенә лә 21 йыл булып киткән.
- 1991 йылда Кинйәбулат мәктәбенә урынлашҡанымдан бирле Шайморат Сәйфулла улы менән бергә эшләйбеҙ. Уйлап ҡараһаң, ул етәкселек иткән 21 йыл – үҙе бер дәүер, - тип уртаҡлаша башланғыс кластар уҡытыусыһы, уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Минегөл Марат ҡыҙы Ханнанова. - Аҡсаһыҙлыҡ осоронда, айҙар буйы эш хаҡын ала алмаған йылдарҙа был яуаплы вазифаға йөкмәттеләр уны. Бирешмәне. Нисәмә көрсөктө еңеп сыҡтыҡ. Шайморат Сәйфулла улы кеүек көслө директорҙарҙы районда бармаҡ менән генә һанарлыҡтыр. Әлбиттә, хужа кеше ай менән ҡояш кеүек кенә була алмай, кәрәк саҡта яуапты ҡаты итеп ҡайтара белеү ҙә талап ителә. Кешене тыңлай, ишетә белә ул. Һәр аҙымын төплө уйлап эшләй. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләге балалар менән дә уртаҡ тел табыу үҙе ҙур көс талап итә. Ә беҙҙең интернатта төрлө балалар бар. Маладис кеше ул. Йәйен беҙ отпускыға киткәндә лә Шайморат Сәйфулла улына тынғы юҡ. Былтыр Байғужа спорт залында оло ремонт эше башҡарылды. Быйыл Кинйәбулаттыҡы ремонтланды. Аҡса өҫтән ебәрелһә лә уны урында тормошҡа ашырыр кәрәк бит әле. Һәр эшкә лә иң тәүҙә үҙе башлап тотоноп, коллективты артынан әйҙәй белә. Ҡулынан килмәгән эше юҡ: маляр ҙа, иретеп йәбештереүсе лә... һәм, әлбиттә, уҡытыусы ул.
Шайморат Сәйфулла улы үҙе башҡарған йөкләмәләрен ни бары көндәлек эш итеп күрә.
- Беҙҙең төп иғтибар – балаларға. Уларҙың һаулығын хәстәрләү, заманса талаптарҙа белем алыу шарттарын тыуҙырыу һәр кемдән һәм иң элек етәксенән тороуон оноторға ярамай. Хәл ителмәҫлек мәсьәләләр юҡ, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы менән бергәләп кәңәшләшеп эш ҡорғанда барыһы ла килеп сыға, - ти директор.
Оптималләштереү сәбәпле 2011-2016 йылдарҙа Байғужа, Алаҡай, Кинйәкәй башланғыс мәктәптәре, Кинйәбулат һәм Байғужа балалар баҡсалары Кинйәбулат урта белем биреү мәктәбенең филиалдары булып китә. Әйтеүе генә рәхәт, уйлап ҡараһаң, күпме күренмәгән документ эше, әйләнгән һайын бер өтөр өсөн генә лә уҡыу учреждениеһы Уставын үҙгәртеү, һалым инспекцияһы, мәғариф бүлеге һәм башҡа бик күп ойошма тупһаһын тапау.
Бөгөн Кинйәбулат урта белем биреү мәктәбендә, шул иҫәптән барлыҡ филиалдарында, 200-ҙән ашыу бала уҡый, тәрбиә ала, 50 хеҙмәткәр эшләй. Мәктәп коллективы йылдар буйы һаналған, төплө белемле, тәжрибәле педагогтарҙан тора. Юғары уҡыу йортон тамамлап тыуған мәктәптәренә эшкә ҡайтыусы йәш белгестәр ҙә байтаҡ.
“Бер ғаиләлә ике уҡытыусы булыуы нисек ул?” - тип һорайым геройымдың ҡатыны, шулай уҡ ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған абруйлы мөғәллимә Хәлимә Нуретдин ҡыҙынан.
- Ыңғай, әлбиттә. Бер-береңде күҙ ҡарашынан аңлап тораһың. Йәш саҡта Шайморат менән көнө буйы мәктәптән ҡайтышмай торғайныҡ. Өйҙәге эш торһа ла, уҡытыуҙы һәр саҡ алға ҡуйҙыҡ, - ти ул.
Бөгөн баҡса-мал аҫрау мәшәҡәттәре күберәге Хәлимә Нуретдин ҡыҙы иңенә төшә. Тик быға бер ҙә үпкәһен белдермәй ул. Көслө ирҙең артында унан да көслөрәк ҡатын тора, тиҙәр халыҡта. Ул үҙе лә уҡытыусылар нәҫеленән. Закира менән Нуретдин Хәкимовтар хаҡлы ялға сыҡҡансы Этҡол мәктәбендә уҡыта. 94 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нуретдин ағай бөгөн ҡыҙы менән кейәүе йортонда йәшәй. Быға тиклем атайҙарын тыуған йорттан айырмаҫ өсөн ике йыл самаһы Этҡолдан Кинйәбулатҡа йөрөп тә эшләй Ғиниәтуллиндар.
Шайморат Сәйфулла улы үҙе – Аҙнай ауылы егете. Ғаиләлә ете бала үҫә улар. Ишморат ағалары йәшләй генә Афған һуғышында батырҙарса һәләк була. Атайҙары ла иртә китә яҡты донъяларҙан. Ғаиләлә иң өлкән бала булараҡ, әсәһенә, ҡусты-һеңлеләренә ярҙам итеү яуаплылығы Шаймораттың иңенә төшә. Марат, Миңһылыу, Марс, Илдар, Гөлнур - һәр береһенең никах-туйҙарын урынына еткереп үткәрешеп ебәрә ағай кеше.
Ғиниәтуллиндар ысын ғаилә бәхетен дә татыусы пар. Азамат менән Фаяз улдары, Зәлиә ҡыҙҙары - өсөһө лә юғары белемле, үҙ ғаиләләрен ҡороп, донъя көтәләр. Өлкән улдары Азамат менән килендәре Элиза, тыуған мәктәптә атай-әсәй юлын дауам итеп, береһе – тарих, икенсеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Әйткәндәй, Азамат уҡытыуҙа ғына түгел, йәмәғәт эшендә лә атай эҙенән атлаусы - ауыл Советы депутаты ул. Өс ейән-ейәнсәре Шайморат олаталарының ҙур шатлығы, оло ҡыуанысы. Мөмкинселек булғанда Ғиниәтуллиндар Башҡортостан буйлап сәйәхәт ҡылыуҙы, курсташтар менән осрашып тороуҙы үҙ итә.
Кинйәбулат мәҙәниәт йортондағы “Зөбәржәт” башҡорт халыҡ театрының артисы ла бит әле мәҡәлә геройыбыҙ. Тиҫтәнән ашыу пьесала уйнап, сәхнәлә әллә күпме сағыу образ тыуҙырған.
Кеше йәшәй-йәшәй оҫтара. Бының өсөн күп йылдар, хатта ғүмер буйына һөнәреңә тоғро ҡалып, шул йүнәлештә тырышып эшләргә кәрәк. Шайморат Сәйфулла улы менән яҡынданыраҡ танышҡас, үҙегеҙ ҙә быны аңлағанһығыҙҙыр.