Өфөлә ”Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән был матур байрамға быйыл да республиканың иң һәләтле, иң өлгөлө уҡыусылары барҙы. Беҙҙең ауыл һәм ҡала мәктәптәренән 19 малай-ҡыҙ был бәхеткә өлгәште.
- Әкиәткә ышанмаһам да, мөғжизә күреп ҡайттым, - ти Эльвина ҡояштай балҡып. - Яңы дуҫтар таптым. Беҙгә матур-матур бүләктәр ҙә бирҙеләр. Һәр беребеҙгә Зәйнәб Биишеваның ”Дуҫ булайыҡ” китабын, йомшаҡ уйынсыҡтар, тәмлекәстәр өләштеләр.
1-се кластан тик ”5”-ле билдәләренә генә өлгәшә Эльвина. Фән буйынса үткәрелгән район, төбәк олимпиадаларында ла, конкурстарҙа ла ул - иң беренсе! Һеңлеләре Алһыуға, Мәликәгә һәр яҡлап өлгө.
Фото: Эльвина Фәтхетдинова архивынан.