Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Декабрь 2018, 02:00

МАҠСАТЫНА ӨЛГӘШТЕ ВӘЛИДИ УҠЫУҘАРЫ

Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында үткән “XXIII Вәлиди уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусыларҙы тап ошо уй, өмөт берләштерҙе. Республиканың 24 район һәм ҡалаһынан килгән 90-ға яҡын уҡыусы үҙҙәренең фәнни-эҙләнеү эштәре менән тарихыбыҙҙы, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе өйрәнеүгә ҙур өлөш индерҙе.

Башҡортостандың киләсәге - йәштәр йыйылғайны унда.



Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында үткән “XXIII Вәлиди уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусыларҙы тап ошо уй, өмөт берләштерҙе. Республиканың 24 район һәм ҡалаһынан килгән 90-ға яҡын уҡыусы үҙҙәренең фәнни-эҙләнеү эштәре менән тарихыбыҙҙы, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе өйрәнеүгә ҙур өлөш индерҙе.
Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын билдәләүгә әҙерлек сиктәрендә быйылғы Вәлиди уҡыуҙары БР Мәғариф министрлығы, ЮНЕСКО эштәре буйынса БР Комитеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, БДУның Стәрлетамаҡ филиалы һәм Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте менән берлектә үткәрелде. Уның 14 декабрь – халҡыбыҙ Башҡорт теле көнөн билдәләгән мәлдә үтеүе лә мәғәнәле, мәртәбәле булды.
Мәшһүр яҡташыбыҙ исемен йөрөткән 2-се гимназия-интернатҡа ингән ерҙә Әхмәтзәки Вәлиди бюсы ҡаршы ала. Күмәкләп һәйкәл янына сәскәләр һалып, иҫтәлеккә фотоға төшөүҙән башланып китте рухлы сара. Гимназия уҡыусыларының ҡунаҡтарҙы туған телдә ялҡынлы телмәр тотоп, ихлас хөрмәт менән ҡаршылауы бик йылы ҡабул ителде. Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы ) башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин, БР Дәүләт китап палатаһы директоры, тарихсы, журналист Азат Ярмуллин, тарих фәндәре кандидаттары - Рәсәй фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлеге мөдире Әхәт Сәлихов, БДУ-ның Башҡортостан тарихы, археология һәм этнология кафедраһы доценты Нурислам Ҡалмантаев, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте тарихы бүлеге мөдире Марсиль Фархшатов, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы тарих факультеты деканы Наталья Мысляева, тарих фәндәре кандидаты Ләйсән Йосопова, политология фәндәре кандидаты Ләйсән Рәхимҡолова, Көҙәндәге Әхмәтзәки Вәлиди музейы директоры Илдус Шәйәхмәтов, үҙебеҙҙең белем усаҡтарында тырышыусы фән кандидаттары Гөлнур Аҙнабаева, Андрей Бабушкинға, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйсә Мөхәмәтоваға был көн абруйлы ҡунаҡтар рәтендә уҡыусыларҙың эштәрен баһалау бурысы ышанып тапшырылды. Бөтәһе ете секция эшләне. Уларҙың атамаларынан да фәнни-эҙләнеү эштәренең йөкмәткеһен, тәрәнлеген күҙалларға була. “Ә.Вәлиди тураһында уҡыусылар ижады”, “Башҡортостан Республикаһын булдырыу нигеҙендә”, “Бер фото тарихы”, “Ә.Вәлиди арҡаҙаштары”...
Конференцияның тамаша залындағы сәләмләү өлөшөн тарихи күренеш асып ебәрҙе. 1917 йылдың 15 ноябре. Ырымбур. Каруанһарай. Вәлиди, Бабич, Манатов, Бикбауов кеүек тарихи шәхестәр ролендә гимназияның өлкән класс егеттәре. Шул осорҙағы ҡапма-ҡаршылыҡтар, халыҡтың кем һүҙенә ышанырға белмәй ҡаңғырыуы, Башҡорт ҡоролтайы, Вәлидиҙең тарихи фарманының тыуыуы - ошо ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтырҙы уҡыусылар. Тап ошо фарман менән Башҡорт үҙәк шураһы Башҡортостан автономияһын иғлан итә һәм башҡорт халҡының оҙайлы, фажиғәле милли азатлыҡ хәрәкәте башлана. Башҡорт халҡы миллионға яҡын ҡорбан хаҡы менән яулаған Автономиялы Республика Совет власы тарафынан 1 919 йылдың 23 мартында ғына таныла. Ошолар хаҡында Вәлиди, Бабич һүҙҙәре аша еткергән уҡыусыларҙың рухлы сығышы һоҡландырҙы.
Конференцияла ҡатнашыусыларҙы районы хакимиәте башлығының кадрҙар сәйәсәте һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Мөхйәнов сәләмләне. Ошо йылдар эсендә тыуған районында Әхмәтзәки Вәлидиҙең исемен мәңгеләштереү, йәш быуынға уның шәхесен, фәнни һәм тарихи мираҫын танытыу буйынса башҡарылған эштәргә байҡау яһалды. Гимназия уҡыусыларының белем усағы данын төрлө даирәлә иҫбатлап тороуы ла был ҙур эшкә йәш быуын индергән лайыҡлы өлөш.
- Гимназияла Вәлиди уҡыуҙары 1995 йылдан үткәрелеп килә, унда ҡатнашыусы уҡыусылар һаны, төплө, тос фәнни-эҙләнеү эштәре йылдан-йыл арта икән, тимәк, замандаштар өсөн милли аң, илһөйәр рух төшөнсәләре буш һүҙ түгел, - тине Бөтә Донъя башҡорттары башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин конференцияла ҡатнашҡан һәр уҡыусыға, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларына тәрән рәхмәт белдереп. Тарихсыларҙың Башҡортостан Республикаһын булдырыу юлында айырым бер осорға, ваҡиғаларға иғтибарҙы уятҡан сығыштары ла уҡыусылар күңелендә урын тапты.
- Райондың төрлө мәктәптәренән алты уҡыусы менән килдек. Быйыл беренсегә ҡатнашабыҙ, гимназия тупһаһынан уҡ рух бөркөлөп тора. Балаларҙың ҡыйыу, оҫта сығышы һоҡландырҙы, милли белем усаҡтары тап ошондай булырға тейештер, - тип уртаҡлашты Ейәнсура районы Яныбай урта мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Ҡотошова. Бындай уй-тәьҫоратты башҡаларҙан да ишетергә тура килде.
Секциялар эше, ундағы һәр сығыш ҙур иғтибарға лайыҡ. Абруйлы ғалимдар һорауҙары, бөгөнгө күҙлектән сығып, теге йәки был ваҡиғаға шәхсән фекереңде ишетергә теләүҙәре алдында ла юғалып ҡалманы уҡыусылар. 2-се БГИ уҡыусылары Алһыу Вәхитова, Роберт Горбунов, Гөлсәсәк Шәрипова, Хәйбулла районы Подольск мәктәбенән Ирек Илбаҡтин, Баймаҡ районы Йомаш ауылы мәктәбенән Наҙгөл Фазуллина, Әлшәй районы Раевка мәктәбенән Алгиз Гәрәев, Федоровка районы Бала-Сытырмандан Нур Тимерәев, Ейәнсура районы Байыш ауылынан Карина Йәркәйева, Бөрйән районы Байназар мәктәбенән Лиана Ишбулатова – былар беренсе урындар менән билдәләнгән уҡыусылар ғына, ә тағы күпме ҡыҙыҡлы эҙләнеүҙәр, асыштар сағылды эштәрҙә!
Зирәктәр алышы булған “Үҙ уйының”да иһә быйыл 17 мәктәп командаһы ҡатнашҡан, финалға иһә уларҙың бишәүһе үткәйне. Әммә хужалар ҡыҙыу ярышта быйыл да еңеүҙе бирмәне, икенсе урында – Әлшәй, өсөнсөлә - Күмертау командаһы.
- Маҡсатына өлгәште Вәлиди уҡыуҙары. Йәш быуынды бөйөк ғалим, сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың, уның арҡаҙаштарының тарихимәҙәни һәм фәнни-сәйәси мираҫын өйрәнеүгә йәлеп итеү, һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлау һәм үҫтереү, илһөйәрлек рухын тәрбиәләү бурысын бөгөн тәү сиратта тел һәм әҙәбиәт, тарих уҡытыусылары атҡара. Иңебеҙҙәге ҙур яуаплылыҡ был, - тине гимназия директоры Әлфис Ғаяз улы уҡыусыларҙы бүләкләү мәлендә барыһына рәхмәт әйтеп.
Конференцияның фәнни кимәлен, өлгөлө ойошторолоуын билдәләп, сарала ҡатнашыусылар Резолюция проекты ҡабул итте.
“Вәлиди уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһын республика кимәлендә ойоштороуҙы йыл һайын ошолай дауам итергә, уҡыусы балаларҙы Башҡортостаныбыҙҙың күренекле шәхестәре биографияһын, тормош юлын өйрәнеүгә маҡсатландырырға – сараны йомғаҡлау өлөшөндә әйтелгән был теләктәрҙе тормошҡа ашырыу, әлбиттә, күмәгебеҙҙең бурысы. Ошо йылдар эсендә йәштәрҙең Вәлиди уҡыуҙарына сығарған фәнни-эҙләнеү эштәре күләмле баҫма булып донъя күрергә лә хаҡлы. Был, берҙән, йәштәрҙең тырышлығына баһа булып, артабан күптәрен ошо йүнәлештә үҫергә ҡанатландырһа, икенсенән, Башҡортостан тарихында ҙур роль уйнаған шәхестәребеҙ хаҡында бөртөкләп туплаған мәғлүмәттәр замандаштарыбыҙға китап рәүешендә хеҙмәт итә аласаҡ.
Көҙән ауылында Ә.Вәлиди музейы фондын тулыландырыуға ярҙам итеү, мәшһүр яҡташтары исемен йөрөткән 2-се башҡорт гимназия-интернатының һәм ошондағы мәктәп музейының матди-техник базаһын нығытыу менән бер рәттән ғалимдарыбыҙ, тел белгестәре хеҙмәте кәрәккән йүнәлештәр бар. Шуларҙың береһе - Әхмәтзәки Вәлидиҙең “Ибн Фаҙлан яҙмалары”н рус телендә баҫтырыу.
Республика буйынса Әхмәтзәки Вәлиди бюстарын, һәйкәлдәрен тейешле тәртипкә килтерергә күптән ваҡыт, тигән уртаҡ фекер ҙә резолюция ҡарары булып теркәлде.
Фото: автор.
Читайте нас: