- Бында юғалып ҡалмаҫҡа, оппоненттарыңа саф башҡорт телендә лайыҡлы яуап бирергә кәрәк ине. Дингә, интернет селтәренән яуған мәғлүмәткә, һайлау хоҡуғына бәйле белемдәр, үҙ фекерең булыу талап ителде. Финалға дүрт команда үткәйнек, беҙҙең сығыштар БДУ, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия командаларынан юғарыраҡ баһаланды, - ти Гөлназ ғорурлығын йәшермәй.