Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Декабрь 2018, 02:00

Ишембай ҡыҙы Мәскәүҙән сәләмдәр еткерә

Ишембайҙың 12-се лицей уҡыусыһы Настя Третьякова Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһынан барыбыҙға сәләмдәр еткерә! Ул унда нисек барып сыҡҡан һуң? Баҡ тиһәң, һәләтле, тырыш, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡыҙ йәштәр араһында ойошторолған "Күберәк китаптар" Бөтә Рәсәй буктрейлерҙар конкурсында ҡатнашып, еңеүселәр рәтендә Мәскәүгә саҡырылған.

Булдыҡлы ҡыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр парламенты ойошторған сараның партнерҙары булып РФ Федераль Йыйылышының рәсми баҫмаһы - Парламент гәзите һәм Рәсәй китаптар союзы сығыш яһаған. Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Петр Толстойҙың ҡулынан Грамота, сувенирҙар алып, күбебеҙ телевизорҙан ғына күргән ҡыҙыл балаҫлы коридорҙарҙан ҡыйыу атлап үткән Ишембай ҡыҙы!

Читайте нас: