Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Декабрь 2018, 02:00

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк...

Кинйәкәй ауылы китапханаһында "Аҡмулла эҙҙәре буйлап" исемле осрашыу кисәһе ойошторолдо.

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк,

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Эй туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк.


Ошо шиғыр юлдары менән башланып китте Кинйәкәй ауыл китапханаһында ойошторолған "Аҡмулла эҙҙәре буйлап" исемле осрашыу кисәһе. Башҡорт шағирының афтобиографияһы менән таныштырғандан һуң уның тураһында слайд күрһәтелде, уның шиғыр яҙмалары уҡылды.


Аҡмулла, бар булмышын әхлаки сафлыкты, ғәҙеллекте, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ-туғанлыҡты данлауға арнаған. Мәғрифәтле яҡшы тормоштоң тыуасағына инанып йәшәгән һәм кешеләрҙе лә өндәгән.

Ысынлап та, беҙгә Аҡмулла аҡылы, Аҡмулла һабаҡтары, Аҡмулла шиғриәте бик тә ҡәҙерле. Ул ысын мәғәнәһендә тормош һабағы.


Әйҙәгәнһең яҡты юлға,

Өндәгәнһең гел яҡтыға.

Тереләрҙән тере булып,

Йәшәйһең һин ана шуға.




Читайте нас: