Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Декабрь 2018, 02:00

Ишембайҙарһыҙ бәйге буламы ни!

“Урал батыр” эпосы буйынса IX Халыҡ-ара донъя халыҡтары телендә һөйләүселәр һәм башҡарыусылар конкурсында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының 10-сы класы уҡыусыһы Алһыу ВӘХИТОВА “Артистарса сығыш” номинацияһында еңеү яуланы. Һәләтле ҡыҙ бер юлы рус, инглиз һәм төрөк телдәрендә сығыш яһаны!

“Урал батыр” эпосы буйынса IX Халыҡ-ара донъя халыҡтары телендә һөйләүселәр һәм башҡарыусылар конкурсында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының 10-сы класы уҡыусыһы Алһыу ВӘХИТОВА “Артистарса сығыш” номинацияһында еңеү яуланы. Һәләтле ҡыҙ бер юлы рус, инглиз һәм төрөк телдәрендә сығыш яһаны!

ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитеты һәм Башҡорт социаль технологиялар институты берлектә ойошторған конкурс баш ҡалабыҙҙа байтаҡтан үткәрелеп килә, ә бына уның халыҡ-ара статуслы булыуына - икенсе йыл.


- Бындай конкурстарҙан әҙме-күпме тәжрибәм бар, бынан бер нисә йыл элек апайым Әҙилә сығыш яһағанда скрипкала уйнағайным. Уҙған йыл эпостан өҙөктө төрөк телендә һөйләп, икенсе урын алдым, - ти киләсәктә үҙен тап сит телдәр белгесе булараҡ күргән һәләтле, тырыш ҡыҙ. - Бар белгәнде эшкә ҡушырға тура килде, музыка мәктәбендә шөғөлләнеүем дә ярҙам итте – гитарала, скрипкала уйнап һөйләнем.


2-се башҡорт гимназия-интернаты “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙе әҙерләү буйынса республика кимәлендә оҫталыҡ дәрестәре менән уртаҡлаша алыр ине. Ошо йылдар эсендә күпме еңеү яуланды, күпме бала был рухлы, ижади бәйгелә үҙ һәләтен асты! Был юлы ла 8-се кластан Айгөл Аҫылғужина, Юлиә Имәнғолова, Карина Кәримова, 9-сынан Розана Әхтәмова сертификаттар менән билдәләнгән.


- Әлбиттә, был тел уҡытыусыларының дөйөм эш һөҙөмтәһе. Фаягөл Әмирханованың “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр республика конкурсына уҡыусыларҙы күп йылдар әҙерләү тәжрибәһе ныҡ ярҙам итте. Шуныһы ҡыҙыҡ, “Урал батыр”ҙың немец теленә тәржемәһен әҙләп тә таба алманыҡ, бәлки, Алһыу ошо телдәге өлөшөн һайлаған булыр ине. Ә бүләкләү мәлендә Алһыуға уны диплом менән бергә килтереп тотторҙолар, - тип уртаҡлашты гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы Лилиә Фәйзрахманова.


2020 йылда Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына үҙенсәлекле әҙерлек булараҡ та ҡабул ителгән конкурс был юлы 400-ҙән ашыу ҡатнашыусыны йыйған, бөтәһе 42 телдә яңғыраған “Урал батыр”!


Фото: автор.


Читайте нас: