Торатау
+3 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
VK
OK
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Декабрь 2018, 02:00
Болан менән... селфи
Этҡол мәктәбе тирәләй кесаҙна көн олоғара болан йөрөгән. Быны берәүҙәр ҡыҙығып күҙәтһә, мәктәп уҡыусылары дәрестән һуң таралыша алмай, ҡырағай малдың китеүен көтөп торорға мәжбүр булған. Ә уныһы, ҡарышҡан кеүек, китергә ашыҡмаған. Шулай кәртә аша күҙгә-күҙ ҡарашып торған мәлдә күптәр боланды фотоға төшөрөп, интернет селтәренә һалған.
Этҡол мәктәбе тирәләй кесаҙна көн олоғара болан йөрөгән. Быны берәүҙәр ҡыҙығып күҙәтһә, мәктәп уҡыусылары дәрестән һуң таралыша алмай, ҡырағай малдың китеүен көтөп торорға мәжбүр булған. Ә уныһы, ҡарышҡан кеүек, китергә ашыҡмаған. Шулай кәртә аша күҙгә-күҙ ҡарашып торған мәлдә күптәр боланды фотоға төшөрөп, интернет селтәренә һалған. Шөрләрһең дә шул, осло мөгөҙҙәре метрға яҡын, ә кәртәләрҙе ҡаршылыҡҡа ла һанамай, һикереп кенә үткән. Боландың ҡулға эйәләтелгән мал булыуы күренеп тора, ти этҡолдар. Ҡар ятҡансы ул Уразбайға ла бер килеп урап, халыҡты шомландырып өлгөргән. Эйе, бер яҡтан ғәҙәти булмаған ваҡиға тәбиғәт менән берлекте иҫкә төшөрә кеүек, әммә кешеләр именлеге, юлда хәүефһеҙлек өсөн дә борсолорға урын бар. Эйәләштергән һәр малҡай өсөн яуаплы икәнебеҙҙе онотоп ебәрмәйек
Фото: Этҡол мәктәбе архивынан.
Читайте нас: