Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Декабрь 2018, 02:00

Балаңдың уңышын күреү - ҙур бәхет

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында ниндәй генә сара ойошторолһа ла, иң тәүҙә уның балалар күңелен тәрбиәләүенә, үҫтереүенә иғтибар итәләр. Ошо көндәрҙә Әсәйҙәр байрамы айҡанлы ҡала Мәҙәниәт һарайында ҙур тантанаға торош сара үтте.Белем усағында байтаҡтан һалынған матур, изгелекле йола был.

Әсәйҙәрҙе тәбрикләүҙән дә тулҡынландырғыс йөкләмә бармы икән! Юғалып ҡала торғандарҙан түгел гимназистар - ҙур артистар сығышына торошло концерт ҡуйҙылар! Оло сәхнәнән ҡурҡыу тигән нәмә юҡ, сөнки ошо арала ғына район ауылдарын бер итеп, Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллығына әҙерлегенә үҙҙәренең дә өлөшөн индереп, бына тигән концер сығыштары менән йөрөп ҡайттылар.

Әлбиттә, балалар уңышы артында уҡытыусылары хеҙмәте, таланты тора. Ата-әсәләрҙең рәхмәтле йөҙҙәре, күңелдәрҙәге ғорурлыҡ тап ошоларҙы лайыҡлы баһалау хаҡында һөйләй. Гимназия директоры Әлфис Ғаяз улы Фәйзуллин бына ошо ике яҡлы хеҙмәттәшлектең мөһимлеген әйтте. Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан әсәйҙәрҙе Рәхмәт хаттары менән тәбрикләү ҙә иң йылы тойғолар ҡалдырҙы.

Гимназияла ГТО хәрәкәте лә йылдан йыл әүҙемләшә. Башланғыс кластарҙан спортҡа һөйөү төрлө сәмле сараларҙа тәрбиәләнә. Бәләкәй генә балаларҙың көмөш, алтын миҙал өсөн директор ағайҙары ҡулынан грамоталар алыуы үҙе бер ваҡиға булды. Рух, берҙәмлек бөркөп торҙо саранан, быны балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә тойҙо

Фото: автор.

Читайте нас: