Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Ноябрь 2018, 02:00

ИШӘЙҘӘ БӘХЕТТӘРЕН ИШӘЙТЕП

Күпселек йәштәр ҡалаға китеп, унда төпләнеп ҡалырға ынтылған заманда, йәшәйешебеҙҙең тамырҙары булған ауылдарыбыҙға хеҙмәт итеүселәр ҙә аҙ түгел. Ергә ерегеп, ауылдарыбыҙҙың бәҫен күтәреү өсөн тырышҡандар бер ҡасан да отолмай. Һеҙ фотоһүрәттә күргән йәш уҡытыусылар ғаиләһе – Дилә менән Илшат ИСМӘҒИЛЕВТАР ҙа ауылды һайлаған. Күпмелер ваҡыт ҡалала йәшәгәндән һуң, улар ең һыҙғанып Ишәй мәктәбендә балаларға аң-белем һәм тәрбиә бирә.

Күпселек йәштәр ҡалаға китеп, унда төпләнеп ҡалырға ынтылған заманда, йәшәйешебеҙҙең тамырҙары булған ауылдарыбыҙға хеҙмәт итеүселәр ҙә аҙ түгел. Ергә ерегеп, ауылдарыбыҙҙың бәҫен күтәреү өсөн тырышҡандар бер ҡасан да отолмай. Һеҙ фотоһүрәттә күргән йәш уҡытыусылар ғаиләһе – Дилә менән Илшат ИСМӘҒИЛЕВТАР ҙа ауылды һайлаған. Күпмелер ваҡыт ҡалала йәшәгәндән һуң, улар ең һыҙғанып Ишәй мәктәбендә балаларға аң-белем һәм тәрбиә бирә. Хәҙер инде үҙҙәрен ауылдан башҡа күҙ алдына ла килтермәйҙәр. Илшат Һиҙиәтулла улы бөгөн Ишәй урта дөйөм белем биреү мәктәбен етәкләй. Уҡытыусылыҡҡа урау юлдар аша килһә лә, үҙенең асылын ул ошо һөнәрҙә тапҡан.



Бала саҡта уҡытыусы булырға уйламай
- Атайым физкультура, хеҙмәт, һыҙма, һүрәт төшөрөүҙән, әсәйем башланғыс кластарҙа уҡытҡас, был һөнәрҙең бөтә нескәлектәрен күреп үҫтем, – ти Стәрлебаш районының Елембәт ауылы егете. – Мәктәптән арып ҡайтып, өйҙә план яҙыуҙары, дәфтәр тикшереүҙәре күп ваҡыттарын ала ине. Бала саҡта уҡытыусы булырмын тип уйламаным да. Ауыл мәктәбенән һуң Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында белем алыуым тормошомда ҙур роль уйнаны. Ундағы уҡытыусылар, тәрбиәселәр беҙгә дөрөҫ юл күрһәтә белде.
Шул осорҙа уҡығанда егеттә компьютерға ҡыҙыҡһыныу уяна һәм хыялы уны Башҡорт дәүләт университетының математика факультетына алып килә. Студент йылдарында дизайнерлыҡ эше менән дә шөғөлләнә. Шуға университетты тамамлап Стәрлетамаҡҡа ҡайтҡас, киң форматлы баҫма инженеры булып китә, реклама агентлығын асып эшҡыуарлыҡта ла үҙен һынап ҡарай. Ләкин тиҙҙән күңеленең мәктәпкә, балаларға тартылыуын тоя. Мәктәптә робот техникаһы йүнәлешендә түңәрәк ойоштороп ебәрә, бер юлы шәхси белем биреү учреждениеһына ла эшкә саҡырыу ала. Күңел һалып башҡарған эш һәр ваҡыт яҡшы һөҙөмтә бирә. Робот техникаһы буйынса Өфөлә конкурста ҡатнашалар, балалар менән берлектәге башҡарылған проект Мәскәүҙә лә юғары баһалана. Шулай итеп, Илшат тап белем биреү өлкәһендә үҙенең көс-һәләтен тоя, тап ошо донъя уны нығыраҡ арбай бара.

Икенсе яртыһын Яңы Әптектә таба
Кеше ғүмере һәр нәмәнең үҙ мәлендә башҡарылыуы менән матур. Йәшлектең сәскә атҡан сағында мөхәббәтеңде осратыу, уның менән ҡауышыу үҙе ҙур бәхет. Илшат та үҙ яртыһын ваҡытында таба һәм йөрәге яңылышмай.
- Башҡорт дәүләт университетында уҡыған саҡта Яңы Әптек ауылынан дуҫым Руслан үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Шунда уларҙың күрше ҡыҙы менән таныштым. Ул ваҡытта Дилә Стәрлетамаҡта педагогия колледжында уҡый ине. Йөҙөнөң генә түгел, эске донъяһының матурлығы, әҙәпле, тәртипле булыуы менән күңелемде арбаны ул. Бик оҙаҡ дуҫлашып йөрөмәнек. Бер йылды йәйен таныштыҡ, икенсе йәйенә туй үткәрҙек, - ти бәхетле ир. Хәҙер инде бер бөтөн булып ғүмер итеүҙәренә лә 13 йыл булып киткән.
Башта йәш ғаилә Стәрлелә йәшәй. Аҙаҡ Яңы Әптеккә күсергә ҡарар итәләр. Бер-бер артлы Ынйы һәм Мәликә исемле ҡыҙҙары донъяға килә. Илшат Стәрлегә йөрөп эшләүен дауам итә, ләкин тәбиғәт, иркенлек үҙенә нығыраҡ тарта һәм улар ауыл ерендә төпләнергә ҡарар итә. Ишәйҙә ер участкаһы алып, Хөкүмәт ярҙамы менән йорт төҙөйҙәр. Шәхси белем биреү үҙәгендә генераль директор булып эшләгән мәлендә, Илшат Һиҙиәтулла улына Ишәй мәктәбенә етәкселек итергә тәҡдим яһайҙар һәм йәш белгес башкөллө яңы вазифаны башҡарыу мәшәҡәттәренә сума. Бөгөнгө көндә ҡатыны ла ошо уҡ белем биреү усағында директорҙың уҡытыутәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.
- Икебеҙҙең дә уҡытыусы булыуыбыҙ бер-беребеҙҙең эшен аңларға ярҙам итә. Мәктәптәге проблемалар өйгә лә “эйәреп” ҡайта. Ҡайһы саҡ балалар: “Эш тураһында һөйләшәһегеҙ ҙә һөйләшәһегеҙ”, тип үпкәләп тә ҡуя, - тип көлә Дилә Фәрит ҡыҙы.

Шарттар ҡаланыҡынан ҡалышмай
Йәш директор мәктәптә балаға сифатлы белем биреү менән бер рәттән уның буш ваҡытын файҙалы итеп үткәреү өсөн шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бирә. Һөҙөмтәләр күҙгә күренеп тора. Уҡыусы өсөн шарттар ҡаланыҡынан һис тә ҡалышмай тиергә мөмкин. Бушлай ойошторолған түңәрәктәргә йөрөп бына тигән һөнәрҙәргә өйрәнергә була. Былтыр менталь арифметика, робот техникаһы, компьютер графикаһы, уҡтан атыу, гер спорты, теннис, ҡыҙҙар өсөн бейеү һәм башҡа түңәрәктәр барлыҡҡа килгән. Етәкселек эшен үҙ ҡулына алғас, Илшат Һиҙиәтулла улы компьютер класын яңыртҡан. Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерләнгәндә дистанцион белем алыу мөмкинлеген дә иркен ҡуллана хәҙер Ишәй уҡыусылары. Мәктәп әлеге көндә өс грантҡа документтар тапшырған. Уларҙың икәүһе республика, береһе Рәсәй кимәлендә. Береһе, мәҫәлән, мәктәпкәсә учреждениела башҡорт телен үҫтереүгә ҡағылышлы. Әйткәндәй, балалар баҡсаһы хәҙер мәктәпкә ҡушылғас, етәксегә бәләкәстәр тураһында хәстәрлек күреү бурысы ла йөкмәтелгән.

Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 88-се һанында (02.11.2018) уҡығыҙ.

Фото: автор һәм ғаилә архивынан.
Читайте нас: