Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Октябрь 2018, 02:00

Үҙебеҙ күтәрмәһәк, кем?!

Мәктәп уҡыусылары араһында Юрий Гагарин исемендәге Кубокка республика олимпиадаһына 16 фән араһына быйыл башҡорт теле лә индерелде. Был ҙур ҡаҙаныш нигеҙендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Ишембай башҡарма комитеты менән берлектә Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты коллективы тырышлығы ята

Мәктәп уҡыусылары араһында Юрий Гагарин исемендәге Кубокка республика олимпиадаһына 16 фән араһына быйыл башҡорт теле лә индерелде.


Был ҙур ҡаҙаныш нигеҙендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Ишембай башҡарма комитеты менән берлектә Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты коллективы тырышлығы ята. Үҙебеҙҙең мәғариф бүлеге ниәтте күтәреп ала һәм башҡорт телен Гагарин олимпиадаһы исемлегенә индереү республиканың Мәғариф министрлығы кимәлендә хәл ителә. Шулай итеп, һуңғы йылдарҙа ҙур танылыу яулаған олимпиадала үҙеңдең туған телең буйынса ла белемеңде һынап ҡарай аласаҡһың. Олимпиадала ҡатнашыуға ғаризалар 2 ноябрҙә тамамлана, шуға күрә ошо аҙнала уҡ мәктәптәрҙә был эште әүҙемләштереү кәрәк.


- Өс фән буйынса олимпиадала ҡатнашыу 190 һум тора икән, улар рәтендә ниңә үҙ телебеҙҙе лә һайламаҫҡа? Уҡыусылар, ата-әсәләр изге ниәтебеҙҙе күтәреп алыр тип ышанам. Балаларыбыҙҙың ошо олимпиадала әүҙем ҡатнашыуы милләтебеҙ киләсәгенә битараф булмауыбыҙҙы күрһәтәсәк,- ти урындағы ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе, гимназия директоры Әлфис Фәйзуллин. - Туған телебеҙҙе өйрәнеү проблемаларына йәмәғәтселекте йөҙ менән бороу, уның ҡулланыу даирәһен киңәйтеү мөһимлеге хаҡында әйтә киләбеҙ. Әммә эштәр һауала ғына булмаһын, ата-әсәләрҙең, уҡыусыларҙың аңлы ҡарашына өмөтләнәбеҙ.

Башҡорт теле буйынса Гагарин олимпиадаһының мәктәп этабы 2 декабргә билдәләнгән. Бөгөндән ғариза биреп өлгөргәндә, әҙерләнергә лә ваҡыт ҡала. Балаларыбыҙҙы дәртләндерәйек, яҡташтар!




Фото: асыҡ сығанаҡ.


Читайте нас: