Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Октябрь 2018, 02:00

Урал батыр эҙҙәре буйлап Бөрйән тарафтарына юл тоттоҡ

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се гимназия-интернатының 4Б класы уҡыусылары, ата-әсәләр, класс етәксебеҙ Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы Кинйәбаева менән бергәләп ҡыҙыҡлы сәфәргә юлландыҡ. Маҡсатыбыҙ - Урал батыр эпосында һүрәтләнгән ерҙәрҙә булыу.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се гимназия-интернатының 4Б класы уҡыусылары, ата-әсәләр, класс етәксебеҙ Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы Кинйәбаева менән бергәләп ҡыҙыҡлы сәфәргә юлландыҡ. Маҡсатыбыҙ - Урал батыр эпосында һүрәтләнгән ерҙәрҙә булыу.


Һаумы, Бөрйән ере!

Алтынға мансыла башлаған урманға, бейек тауҙарға ҡарап һоҡлана-һоҡлана Бөрйәнгә килеп тә еттек. Маршрутыбыҙҙың тәүге туҡталышы - тауҙар араһына һыйынып ултырған Әбделмәмбәт ауылы мәктәбе. Уҡыусылар беҙҙе Әхмәтзәки Вәлиди, Торатау тураһында шиғырҙар, йырҙар менән ҡаршы алды. Беҙ ҙә бүләкһеҙ килмәгәйнек - Торатау төшөрөлгән картина, ишембайҙарса бешерелгән тәмле бауырһаҡ бүләк иттек. Мәктәп директоры Инсур Рәмил улы уҡыу йорто менән таныштырҙы. Әбделмәмбәт мәктәбе республикала робот техникаһы йүнәлешенең үҫеше буйынса киң билдәле мәктәп, уҡыусылары йыл һайын республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа призлы урындар яулай. Тәмле төшкө аштан һуң беҙҙең гимназия уҡыусыларының «Аҡтайлаҡ” һәм хужаларҙың “Ҡыпсаҡ уҡсылары” командалары араһында уҡтан атыу буйынса турнир үткәрелде. Был дуҫтарса осрашыуҙа беҙҙекеләр еңеү яулап, Әбделмәмбәт уҡыусыларының лазер станоктарында үҙҙәре яһаған кубок һәм миҙалдары менән бүләкләнде. Йылы ҡаршы алыуҙарына уларға рәхмәт әйтеп һәм үҙҙәрен ҡунаҡҡа саҡырып, юлыбыҙҙы дауам иттек.


Артабанғы туҡталыш - Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы

Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәре Вәхит ағай менән Башһыртҡа артылабыҙ. Алдыбыҙҙа - киртләс-киртләс тау һырттары, сағыу буяуҙарға мансылған көҙгө урман: һомғол ҡарағайҙар, ҡарағастар, алтын суҡлы ҡайындар... Тәбиғәтебеҙҙең иҫ китмәле матурлығына хайран ҡалдыҡ. Тау башында “Урал батыр” эпосы геройҙарының ағастан һырлап эшләнгән һындары батырыбыҙ менән осраштырғандай булды. Артабанғы тау теҙмәләре – Дейеү тауы, Яманғыр Урал батырҙың эҙҙәрен һаҡлай кеүек.

Юлыбыҙҙы дауам итеп, ҡурсаулыҡтың музейына йүнәлдек. Бөрйәндәргә хас ихлас күңел менән беҙҙе ҡурсаулыҡ директоры Вәсилә Әхәт ҡыҙы ҡаршы алды. Экспонаттарға бай музейҙа Көньяҡ Урал флора һәм фаунаһының бөтә төрө менән дә танышып булды. Вәсилә апай ҡурсаулыҡты асыуҙа, уның үҫешенә тос өлөш индереүсе билдәле ғалимдарҙың хеҙмәте тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Ҡурсаулыҡта балаларға маралдарҙы яҡындан күреү бигерәк тә оҡшаны.

Бына кис тә етте. Усаҡ яғып, ҡаҙанда аш бешереп, шажлап торған самауырҙан тәмләп сәй эсеү, урман өйөндә буйҙан-буйға һалынған урындыҡта йоҡлау балалар өсөн яңылыҡ булһа, беҙҙең өсөн ғәмһеҙ бала саҡҡа әйләнеп ҡайтыу булды.

Сәйәхәтебеҙҙең икенсе көнө Инсебикә ҡаяһынан башланды. Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы Инсебикә ҡаяһының легендаһын һөйләп ишеттерҙе: йәш, һылыу Инсебикәне ҡарт байға көсләп кейәүгә бирергә булалар. Бындай яҙмыш менән риза булмайынса, Инсебикә ошо бейек ҡаянан ташлана. Шунан бирле был ҡая ҡыҙҙың исемен йөрөтә.Ҡая башынан һоҡланғыс матур күренеш асылды: борғаланып-борғаланып, ҡая таштарға иркәләнеп көмөш таҫма булып Ағиҙел аға, икһеҙ-сикһеҙ тау һырттары йәйрәп ята.

Алдыбыҙҙа - данлыҡлы Шүлгәнташ

Бөрйәндең генә түгел, бөтә Башҡортостандың ғорурлығы - Шүлгәнташ мәмерйәһенә юл тоттоҡ. Мәмерйәгә юл уның эргәһендәге Солоҡсолоҡ, Шүлгәнташ музейҙары менән танышыуҙан башланды. Быға тиклем эпоста уҡып ҡына белгән “Тереһыу” һәм “Үлеһыу”ҙың ағып ятҡанын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Сәйәхәтебеҙ мәмерйә эсендә дауам итте. Тәүтормош кешеләре төшөргән һүрәттәрҙе һаҡлап ҡалыу

маҡсатында, мәмерйәнең ҡайһы бер залдары ябылған. Был һүрәттәрҙең теүәл күсермәләрен алғы залға төшөргәндәр. Мәмерйәнең ҙурлығы, мөһабәтлеге, серлелеге беҙҙе таң ҡалдырҙы.

Һуңғы туҡталыш - Йылҡысыҡҡан күле

Шомло, төпһөҙ күлдән бына-бына иҫәпһеҙ-һанһыҙ аттар килеп сығыр кеүек. Күл янында уйнап, тамаҡ ялғап алғас, ҡайтыу яғына йүнәлдек. Һау бул, Бөрйән. Хуш, Шүлгәнташ.

Экскурсиянан ғүмергә етерлек бай тәьҫораттар алдыҡ. Ошо сәйәхәтте ойошторған класс етәксебеҙ Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙына ысын күңелдән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.





Фото: автор.

Читайте нас: