- Уҡытыусылыҡ юлын һайлағандан бирле бик күп конкурстарҙа ҡатнашырға, һынауҙарҙың төрлөһөн үтергә тура килде. Әммә был конкурс тәү сиратта туғандарым, үҙҙәрен уҡытыусылыҡ эшенә арнаған быуындарым алдында ҙур яуаплылыҡ ине, - ти Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Фирҙәүес Әһлиуллина. - Конкурста ҡатнашыуға әсәйемдең, 7 бала үҫтергән Сабира Әмирхан ҡыҙының, яҡты рухын ҙурлау ниәтенән йөрьәт иттем. Быйыл уға 90 йәш тулған булыр ине. Бөтәһе 1089 йыл уҡытыусылыҡ стажы булған династиябыҙға өс быуын вәкилдәре ҡарай. Эйе, арабыҙҙа нефтселәр ҙә, данлы умартасылар ҙа, алтын ҡуллы оҫталар ҙа бар. Әммә иң күбе – уҡытыусылар. Абруйлы жюри конкурсҡа әҙерләгән презентациям йөкмәткеһен, уҡытыусы туғандарым хаҡында хисләнеп, ғорурланып һөйләүемде билдәләмәй ҡалманы. Әлбиттә, был еңеү – күмәк нәҫел, туғандар ҡаҙанышы. Фирҙәүес Хөснулла ҡыҙы ҙур ышаныс күрһәткән коллективына, атап әйткәндә колледж уҡытыусылары Алексей Шульгинға, Галина Смолинаға тәрән рәхмәтле.