Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Октябрь 2018, 02:00

Ант бирҙе егеттәр

Иптәштәрем алдында ант итәм... Был һүҙҙәрҙе әйткәндә малайҙарҙың күңелендә ниндәй хистәр уйнауын күҙ алдына килтерҙегеҙ. Яңы уҡыу йылында Волга буйы Федераль округының Рәсәй Геройы А. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре сафын тулыландырған 66 кадет ошо көндәрҙә тантаналы ант бирҙе.

Иптәштәрем алдында ант итәм... Был һүҙҙәрҙе әйткәндә малайҙарҙың күңелендә ниндәй хистәр уйнауын күҙ алдына килтерҙегеҙ. Яңы уҡыу йылында Волга буйы Федераль округының Рәсәй Геройы А. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре сафын тулыландырған 66 кадет ошо көндәрҙә тантаналы ант бирҙе.

Йылдан-йыл һәр яҡлап ҡеүәтләнә барған уҡыу йортоноң плацында сафҡа теҙелгән кадеттар, тулҡынланған ата-әсәләрҙең тойғоларын аңлағандай ямғыр ҙа бер тына тынып торҙо. Хәйер, үҙҙәрен шарттарҙың төрлөһөн сыҙам күтәрергә әҙерләгән үҫмерҙәрҙе өҫтән ҡойопторған ямғыр ҙа ҡурҡытмаясағы билдәле ине.


- Бөгөн һеҙ үтә лә яуаплы, ғүмер буйы йөрәктә йөрөтөлөргә тейеш һүҙҙәрҙе әйтәсәкһегеҙ. Тыуған илде яратыу ғына аҙ, уға хеҙмәт итергә, уның үҫешенә үҙ өлөшөңдө индерергә әҙер булырға кәрәк. Һеҙгә рухи һәм физик ныҡлыҡ, лайыҡлы кешеләр булып үҫеүегеҙҙе, кадет исеменә бер ҡасан да тап төшөрмәүегеҙҙе теләйем, - тине РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Аппаратының БР буйынса федераль инспекторы Николай Разбежкин кадет корпусы тәрбиәләнеүселәрен ихлас сәләмләп.


РФ Ғәҙәттән тыш министрлығының БР буйынса баш идаралығы начальнигы Илдар Сәйетгәрәев әйткән һүҙҙәр ҙә кадеттарға, улдарының яуаплы ла, абруйлы ла юлға баҫыуын аңлаған ата-әсәләргә наказ кеүек яңғыраны.

Башҡорт кадет корпусының матди-техник базаһын нығытыу маҡсатында ошо йылдарҙа күп миллионға торош иткән капиталь ремонт һәм реконструкциялар эшләнде, уҡыу корпусы яңырҙы, яңы ятаҡхана, хужалыҡ корпустары төҙөлдө. Әле иһә Ғәҙәттән тыш министрлығының уҡыу-күнекмә манежын төҙөү бара, унда яһалма япмалы футбол яланы, йүгереү өсөн юлдар ҙа буласаҡ. Элекке ҡайын сауҡалығында ”Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект” дөйөм республика акцияһы сиктәрендә ябыҡ Боҙ аренаһын төҙөү ҙә 2019 йылда тамамланырға тейеш. Әле үк тиҫтәнән ашыу спорт төрө менән шөғөлләнеп булған заманса спорт паркы күҙ алдына баҫа. Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Сергей Никитин ошо эштәр хаҡында ҡыҫҡаса әйтеп, уҡыу-тәрбиә йүнәлешендә йылдан-йыл артҡан мөмкинлектәр кадеттарҙың һәр яҡлап үҫешенә хеҙмәт итеүен билдәләне.

Ә егеттәр һынатмауын тантана барышында ла иҫбатлай алды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йүнәлешендә йәш ҡотҡарыусылар мәктәбендә алған белемдәрен ғәмәлдә күрһәтеп, янғын да һүндерҙе, дошманды ла ҡоралһыҙландырҙы. Ата-әсәләр, әле беренсе йыл ғына уҡыусы үҫмерҙәр плац уртаһындағы хәрби тамашаны һоҡланып та, ғорурланып та күҙәтте.


- Ағаһы бында уҡый, быйыл Алмаз улыбыҙ ҙа 7-се класҡа килеп, кадет формаһын кейҙе. Үҙе бик теләне, - ти Ишембайҙан Нафиҡовтар. Дүрт бала үҫтергән ғаилә уҡыу йортондағы илһөйәр тәрбиәне, егеттәрҙә тәртип, көслө холоҡ һалыныуын юғары баһалай.

Кадеттар Рәсәй һәм Башҡортостаныбыҙ гимндарын башҡарған мәлдә уҡыу йорто эргәһенән осраҡлы үтеп барғандар ҙа, тын ҡалып, йәштәрҙе тыңланы. Илебеҙ киләсәге, ныҡлығы үҫә бында.




Фото: автор.






Читайте нас: