Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Октябрь 2018, 02:00

Хеҙмәттәре баһаланды

Ҡала мәҙәниәт һарайында Уҡытыусылар көнө уңайынан тантаналы сара булып үтте. Унда бөгөнгө көндә ошо тармаҡта эшләүсе изге һөнәр эйәләре, ветеран уҡытыусылар ҡатнашты.

Ҡала мәҙәниәт һарайында Уҡытыусылар көнө уңайынан тантаналы сара булып үтте. Унда бөгөнгө көндә ошо тармаҡта эшләүсе изге һөнәр эйәләре, ветеран уҡытыусылар ҡатнашты.
Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин, байрам менән тәбрикләп, һәр ҡайһыбыҙҙың да тыуған мәктәбебеҙҙе, уҡытҡан уҡытыусыларыбыҙҙы ғүмер буйы хәтерләүебеҙ хаҡында әйтте. Илдә, республикала мәғарифты үҫтереүгә йүнәлтелгән иғтибарҙы барланы. Муниципаль кимәлдә лә талантлы уҡытыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында күрелгән саралар аҙ түгел. Мәҫәлән, йыл һайын иң яҡшы педагогтар 10 мең һум күләмендә хакимиәт башлығы премияһы менән бүләкләнә. Уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса уҙғарылған иң яҡшы уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы тәбрикләү сараһы


– “Танылыу”ҙа йыл һайын 50 педагог аҡсалата бүләкләүгә лайыҡ була. Йәш уҡытыусылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. 2012 йылдан уларға дүрт окладҡа тиң бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнә.

Әлбиттә, һинең тырышлығыңды, хеҙмәтеңде баһалау, күтәреү тағы ла нығыраҡ күңел һалып эшләргә дәрт бирә. Уҡытыусылар көнөнә арналған байрам тантанаһында ла юғары наградаларға лайыҡ булыусылар ҡотланды. Район хакимиәте башлығы 11-се мәктәптән башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәмилә Халиҡоваға, 12-се лицейҙан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Анна Селиверстоваға, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Минира Ҡунаҡҡоловаға, 1-се гимназиянан технология уҡытыусыһы Лилиә Фроловаға, 14-се мәктәптән тарих уҡытыусыһы Гөлназ Сынтимероваға ”Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” билдәһен тапшырҙы.

30 йылдан ашыу педагогик стажы булған Минира Тәлғәт ҡыҙы ошондай матур исем алыуында эшләгән коллективына, уны уҡытыу серҙәренә төшөндөрөүсе остазы Гөлнур Шамил ҡыҙына рәхмәтле булыуын белдерҙе:

- Уҡытыусы булыуым менән бәхетле-мен. Мәктәпкә килеп инһәм, уҡыусыларым ҡосаҡлап ала. Балаларҙың
ихласлығын яратам. Унда мин бөтөнләй икенсе мөхиткә килеп инәм, бар донъя онотола, - тип һөйләне ул.

Байрам сараһында бер төркөм уҡытыусылар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының маҡтау грамоталарына эйә булды. Ишембай районы хакимиәтенең, мәғариф бүлегенең маҡтау ҡағыҙҙарын алыусылар ҙа бар ине. Ә бына муниципаль район хакимиәте башлығы премияһына быйыл һигеҙ кеше эйә булды.


Элек-электән уҡытыусы һөнәре абруйлы һаналған һәм бөгөн дә ул үҙенең мәртәбәһен юғалтмай. Быйыл ғына эшкә килеүсе йәш уҡытыусыларҙы ла тәбрикләнеләр, уларға хеҙмәт уңыштары теләнеләр.


Уҡытыусылар үҙ һөнәренең оҫталары ғына түгел, сәхнәгә сығарһаң, артистарҙан ҡалышмай матур итеп
йырлайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә. Әлеге байрам тантанаһында улар хеҙмәттәштәренә бик матур сығыштар бүләк итте. Мәктәп уҡыусыларының рәхмәт һүҙҙәре, йыр-бейеүҙәре лә күңелгә ятты.



Фото: автор.



Читайте нас: