Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Октябрь 2018, 02:00

Рәхмәт яуҙы уҡытыусыларға

5 октябрҙә Ишәй мәктәбендә Уҡытыусылар көнөн байрам иттеләр. Яуаплылыҡ туғыҙынсы класс уҡыусыларында ине.

5 октябрҙә Ишәй мәктәбендә Уҡытыусылар көнөн байрам иттеләр. Яуаплылыҡ туғыҙынсы класс уҡыусыларында ине.
Байрам саралары танталаны линейканан башланды. Уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән “Беҙ һеҙгә йөрәктәребеҙҙе бүләк итәбеҙ” концерты күрһәтелде. Уҡыусыларҙың концертҡа етди әҙерләнгәндәре күренеп тора ине. Һәр укытыусыға исемләп шиғыр ҙа һөйләне улар. Үҙ ҡулдары менән эшләнгән открыткалар ҙа бүләк иттеләр.
Ә иһә беренсе-бишенсе дәрестәрҙә уҡыусылар уҡытыусылар ролендә булды. Был ролде башҡарыуы бик еңелдән булмауын билдәләп үтте улар.

Читайте нас: