Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2018, 02:00

Уҡытҡан йылдарымды һағынам, – ти 90 йәшлек ветеран уҡытыусы Әҡсән МӨХӘМӘТЙӘНОВ

Педагогик белем алғас, йүнәлтмә менән Ишембай районына килгән Дыуан егете 47 йыл ғүмерен мәғарифҡа арнай.

Педагогик белем алғас, йүнәлтмә менән Ишембай районына килгән Дыуан егете 47 йыл ғүмерен мәғарифҡа арнай.


1952 йылдан алып Ғүмәр ауылы халҡына хеҙмәт итә. Химия, биология, һүрәт төшөрөү, йыр, тарих – төрлө фәндәрҙән белем бирергә тура килә уға. Дөрөҫлөктө яратҡан, талапсан уҡытыусы эшләгән коллективында ла хөрмәт яулай, балалар ҙа уны ярата. Ҡасандыр уҡытҡан уҡыусылары Әҡсән ағайҙы олойғас та онотмайҙар, килеп хәлен белешәләр.


- Әле булһа уҡытҡан йылдарымды, уҡыусыларымды һағынам. Дәрескә әҙерләнгән саҡтарымды, йә булмаһа план төҙөмәгәнмен икән тип төштә күреп уянам. Хеҙмәтемде яратып башҡарҙым, уҡытыусы һөнәрен һайлағанға бер ҡасан да үкенмәнем. Кеше рәнйетмәнем, бер кемгә ауыр һүҙ әйтмәнем, - ти Әҡсән Мәғәфүр улы.


Уның был һүҙҙәрен ҡатыны Хәбирә Әхмәҙулла ҡыҙы ла йөпләне:

- Маладис ҡарт ул. Һәр ваҡыт матур телле, яҡшы холоҡло булды, эсмәне, тартманы. Шуға балалар ҙа аҡыллы булып үҫте. Биш малай һәм бер ҡыҙ тәрбиәләнек, барыһы ла тәртипле булды. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәргә ҡыуанып йәшәйбеҙ. 65 йыл бергә, бер һүҙле, бер уйлы булып донъя көтәләр, шуға ҡартлыҡтары ла бәхетле Мөхәмәтйәновтарҙың. Ғүмер – аҡҡан һыу кеүек. Бер-береһен күреп ғашиҡ булған мәлдәре лә әле генә булған һымаҡ:


- Бер саҡ йыйылышҡа саҡырҙылар, өҫтәл башында йәш уҡытыусы ултырғанына иғтибар итем. Сығып барғанда ул ипләп кенә аяғыма баҫты. Мин әйләнеп ҡараным, үҙебеҙҙең ауыл егеттәре булһа, өндәшер ҙә инем, ләкин ситтән килгән егеткә һүҙ ҡушырға оялдым. Аҡ йөҙлө, матур егет ине Әҡсән йәш сағында. Яйлап аралашып киттек. Һеңлемдең класс етәксеһе булғас, йыш ҡына беҙҙең өйгә лә килә ине. Уны күрһәм, ояла торғайным, - тип йәшлек йылдарын ихласлап хәтергә төшөрҙө Хәбирә апай.

Ғүмерен тырыш һәм намыҫлы хеҙмәттә үткәргән, донъя көткән, балалар үҫтергән өлгөлө парҙың әйткәндәре йәштәргә тормош ҡағиҙәһе итеп ҡулланырлыҡ:

- Эсмәгеҙ, тартмағыҙ. Донъя шул тиклем матур, ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ. Тормош көткәндә сабырлыҡ кәрәк.”Сабырлыҡтың төбө – һары алтын” тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Мин үҙем ғауға яратманым һәм бер ҡасан да мәктәптә лә, өйҙә лә тауыш күтәрмәнем, - тине Әҡсән Мәғәфүр улы.


Мөғәллимлек уның булмышы. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ошо изге бурысынан тайпылмай Әҡсән Мөхәмәтйәнов. Дингә килеп, 10 йылға яҡын ауыл мәсетенең имамы булып эшләй, халыҡты яҡшылыҡҡа, изгелеккә өндәй.

Ауылдың абруйлы аҡһаҡалы 90 йәштә лә гәзиттәр алдыра, “Торатау”ҙың да бер юлын ҡалдырмай күҙлекһеҙ уҡып сыға. Йыр ҙа уның айырылғыһыҙ юлдашы. “Мәктәптә уҡытҡанда йыр дәресендә мин ял итә торғайным, шул тиклемйырларға яраттым”, - ти ул. Әле лә күңеле моңға тулы. Быйыл “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында сәхнәлә үҙе сығарған “Балыҡсы” йырын башҡарған.

Хәбирә апай кеүек гүзәл ҡатындар, Әҡсән ағай кеүек аҫыл ирҙәр – йәмғиәтебеҙ тотҡаһы. Йәшлектә сәскә атҡан мөхәббәт гөлдәрен һулытмай ғүмер буйы ҡәҙерләп һаҡлаған Мөхәмәтйәновтарға оҙон бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.




Фото: автор.

Читайте нас: