Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Октябрь 2018, 02:00

Уҡытыусым да, “5”-тәрем дә матур

Мин Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия–интернатының 2А класында уҡыйым. Миңә гимназияла ныҡ оҡшай. Бейеү, шашка түңәрәктәренә йөрөйөм.

Мин Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия–интернатының 2А класында уҡыйым. Миңә гимназияла ныҡ оҡшай. Бейеү, шашка түңәрәктәренә йөрөйөм.

Уҡытыусым Миңһылыу Фәйзулла ҡыҙы Вәлиева балаларҙы бик ярата. Ул уҡырға ла, яҙырға ла, ауыр миҫалдарҙы сисергә лә өйрәтә. Хәҙер мин ҡалын-ҡалын әкиәт китаптарын еңел генә итеп үҙ аллы уҡый алам. Китапханала ҡыҙыҡлы китаптар бик күп, уларҙы өйгә алып ҡайтып уҡыйым. Миңһылыу апаның бөтә дәрестәрендә лә рәхәт, ул бер ҡасан да әрләмәй. Тырышҡандарҙы маҡтап, “биш”леләр ҡуя. Мин дә уның бөтә әйткәндәрен тыңлайым, өйгә бирелгән эштәрҙе матурлап эшләп барам, шуға ла “биш”тәрем көндәлегемдә әллә күпме. Асып ебәрһәм, улар миңә йылмайышып ҡарап торған һымаҡ. Минең өсөн уҡытыусым иң яҡшыһы, бөтә яҡтан да уға оҡшарға тырышам, уның кеүек күп белергә теләйем. Ял йәки байрам көндәрендә уны һағына башлайым. Уҡытыусымды байрамы менән ҡотлайым һәм тырышып уҡырға һүҙ бирәм!
Читайте нас: