Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Октябрь 2018, 02:00

“Беҙгә күптәр көнләшә!”- ти 11-се мәктәптең 11 А класы уҡыусылары

5 октябрь - Уҡытыусылар көнө

5 октябрь - Уҡытыусылар көнө



“Класс етәксебеҙ Тимерхан Рәис улы уҡыуға дәртләндерә белә, уның менән ағайҙарса һөйләшеп тә була,” – тип маҡтана улар.

Үҙеңә тиңдәш тиерлек йәштә булған егет һәм ҡыҙҙарҙан – ҙур үҫкән уҡыусыларыңдан ошондай һүҙҙәр ишетеү иң ҙур баһаға тиңдер. Информатика дәрестәрен көтөп алалар бында.

- Мәктәптә эшләүемә алты йыл тирәһе, педагогия колледжынан һуң БДУ-ның Стәрлетамаҡтағы филиалында математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультетын тамамланым. Әлбиттә, мәктәпкә эшкә килер алдынан икеләнгән мәлдәр булды, әммә бала саҡтағы хыялым үҙенекен итте, - ти Тимерхан Мырҙабаев. – Эшеңә шатланып киләһең икән, тимәк, ул - һинеке. Балалар, мәктәптәге ижади мөхит, үҫеш һәм үҙ өҫтөңдә эшләү талабы – ошо бөгөнгө күңел талаптарыма яуап бирә. Уҡытыусының иң ҙур гонаһы – күңелһеҙ булыу. Кемдер әйткән ошо аҡыллы фекер ныҡ күңелгә ятҡайны. Уҡыусыларың һиндә кәңәшсе, өлгө булырҙай күп яҡлы шәхес күрергә тейеш. Бөгөнгө балаларҙан бер аҙым алда булыу еңел түгел, әммә шуның менән дә уҡытыусы һөнәре ҡыҙыҡлы.

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, уҡыусылары менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡора белгән, хеҙмәттәштәре араһында ихтирам ҡаҙанған уҡытыусыға һоҡланып ҡуйҙым. Тап бына ошондай төплө, һөнәргә осраҡлы килмәгән йәштәр мәғариф киләсәге лә инде.


Фото: автор.


Читайте нас: