Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Сентябрь 2018, 02:00

«Һәр сабый үҙ баламдай яҡын», - ти 23 йыл тәрбиәсе булып эшләүсе Әлфиә ӘХМӘТОВА

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының мәктәпкәсә белем биреү “Аҡбуҙат” төркөмөнә йөрөгән бәләкәстәрҙе рәхәтләнеп тышта уйнаған мәлдәрендә тап иттем. Мине күреү менән: “Һаумыһығыҙ!” – тип сәләмләүҙәре, шунда уҡ үҙҙәренең хәбәрҙәрен һөйләй башлауҙары күңелде иретте. Үҙ-ара иркен итеп туған телдәрендә аралашалар икән, тимәк, бында сабыйҙарҙа телгә һөйөү тәрбиәләй алғандар.

27 сентябрь – Мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө



Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының мәктәпкәсә белем биреү “Аҡбуҙат” төркөмөнә йөрөгән бәләкәстәрҙе рәхәтләнеп тышта уйнаған мәлдәрендә тап иттем. Мине күреү менән: “Һаумыһығыҙ!” – тип сәләмләүҙәре, шунда уҡ үҙҙәренең хәбәрҙәрен һөйләй башлауҙары күңелде иретте. Үҙ-ара иркен итеп туған телдәрендә аралашалар икән, тимәк, бында сабыйҙарҙа телгә һөйөү тәрбиәләй алғандар.

- Балаларҙы мин бөтә йөрәгем менән яратам, - ти Әлфиә Уйылдан ҡыҙы. - Шуға эшләүе лә ауыр түгелдер тим. Әлбиттә, һәр береһенең күңеленә юл таба белергә, һәр ҡайһыһына шәхес итеп ҡарарға кәрәк. Шуныһы ҡыҙыҡлы: ҡасандыр балалар баҡсаһында үҙем тәрбиәләгән сабыйҙар үҫеп етеп, хәҙер үҙҙәренең балаларын миңә килтерәләр.

Сабый күңелен алдап булмай, шуға һәр кем дә уларҙың йөрәгенә асҡыс таба алмай.


Бәләкәстәрҙең иғтибарын йәлеп итә белеү, ҡыҙыҡһындырыу үҙе һөнәри оҫталыҡ талап итә. Был йәһәттән Әлфиә Әхмәтова төрлө түңәрәктәр ҙә ойоштора. Кескәйҙәр уларҙа халыҡ йолаларын, үҙҙәрен сәхнәлә артистарса тоторға өйрәнә. Әйткәндәй, “Ҡарға бутҡаһы”нда, “Кәккүк сәйе”ндә балалар ихлас ҡатнашҡан, әле “Сөмбөлә” байрамына әҙерләнәләр.


Бәләкәстәр күңелен арбарлыҡ уйындарҙы ла онотмайҙар бында. “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Йәшерәм яулығымды” кеүек уйындарҙы һамаҡлай-һамаҡлай уйнағандарын күреп, үҙебеҙҙең бала саҡ иҫкә төштө.


Сабый күңеленә ниндәй орлоҡ сәсәһең, ул шундай емеш бирә. “Аҡбуҙат”ҡа әлеге көндә өлкәндәр төркөмөнә – 35, уртансы һәм бәләкәстәр төркөмөнә 25-әр бала йөрөй. Уларҙың һәр ҡайһыһы матур кеше булып үҫһен өсөн мәктәпкәсә белем биреү төркөмөндә эшләүсе тәрбиәселәрҙең барыһы ла бөтә тырышлығын һала.



Фото: автор.


Читайте нас: