Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Сентябрь 2018, 02:00

МӘҢГЕЛЕК БАЛАСАҠ ИЛЕНДӘ

Быйыл йәй мин “Орленок” бөтә Рәсәй балалар үҙәге лагерында ял итеп ҡайттым.

Быйыл йәй мин “Орленок” бөтә Рәсәй балалар үҙәге лагерында ял итеп ҡайттым.


“Орленок” - Ҡаф тауҙары янында Ҡара диңгеҙ яры буйҙарында урынлашҡан онотолғоһоҙ әкиәт иле.


Йыл әйләнәһенә эшләгән лагерҙа балаларҙы ҡыҙыҡлы саралар, дәртле дискотекалар, яҡшы туҡланыу һәм уңайлы климат көтә. Унда бөтөнләй икенсе тормош, барыһы ла башҡаса. Юҡҡа ғына “Орленок” балалар үҙәге Рәсәйҙә иң яҡшы лагерь тип һаналмай бит! Мин был лагерҙа ике тапҡыр ял итә алыуым менән ғорурланам. Унда уҡыуҙа ла, йәмәғәт эшендә лә алдынғы булған егеттәр һәм ҡыҙҙар ғына бара ала.


Быйыл йәй тағы ла бер тапҡыр “Орленок”ка барасағымды ишеткәс, шатлыҡтан түбәм күккә тейҙе, Ҡара диңгеҙ ярында ял итәсәкмен бит! Башҡортостандан 12 кеше Ҡара диңгеҙ буйына юлландыҡ. Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенең майҙаны бик ҙур, ундағы матурлыҡ ғәжәпләндерә, әйләнә-тирәлә икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙ йәйрәп ята. Беҙҙе “Комсомольский” лагерының зауыҡ менән йыһазландырылған ике ҡатлы коттеджына урынлаштырҙылар. Бында төрлө яҡлап уңайлы шарттар булдырылған, бүлмәлә лә беҙ ни бары дүрт кенә кеше торҙоҡ.


Тәүге аҙнала бер-беребеҙ, “Орленок”, уның талапсан закондары һәм традициялары менән таныштыҡ. Беҙҙең смена сиктәрендә XXII бөтә Рәсәй визуаль сәнғәт фестивале гөрләп үтте. Фестивалдә билдәле шәхестәрҙең күпләп ҡатнашыуы уға мәртәбә өҫтәне.


Дүрт меңгә яҡын ял итеүсе уҡыусы араһында үткәрелгән махсус конкурста еңеп сығып, мин фестивалдең балалар жюрийы составына инеүгә өлгәштем. Ошо мәлдән ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс көндәр башланды. Беҙгә, жюри ағзаларына, “Кинематограф”, “Анимация”, “Телевидение”, Режиссеры 21 века”, “Клипстрим”, “Фотокросс” кеүек номинацияларҙа еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булманы, сөнки дәғүә итеүселәрҙең һәр кеме үҙ эшенең оҫтаһы булып сыҡты.


Тап ошо жюри составына инеүселәр менән билдәле шәхестәр оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, махсус тренингтар уҙғарҙы.


Бигерәк тә Мария Порошина, Елена Проклова, Татьяна Абрамова, әсәле-ҡыҙлы Ирина һәм Настя Грибулиналар, Елизавета Арзамасова менән осрашыу, улар менән бер рәттән жюри сотавында эшләү ҡанаттар ҡуйҙы. Шәхестәр менән конкурсҡа килтерелгән эштәрҙе тикшереү, фильмдар ҡарау, төрлө күргәҙмәләргә йөрөү хәтерҙә ҡалды. Ә Борис Грачевский менән Ералаштың яңы серияларын төшөрөү һәм унда ҡатнашыу үҙе ни тора!


“Балалар-блогерҙар” махсус проектында ла ҡатнашып өлгөрҙөм. Рәсәйҙең әүҙем блогерҙары менән бергәләп төшөргән видеоны Ютуб каналында миллионлаған кеше ҡараны.


Ошондай ҙур, мәртәбәле фестивалдә балалар жюрийы составында эшләү үҙ-үҙемә ышанысымды көсәйтте, уҡырға дәрт өҫтәне, тиҫтерҙәрем менән аралашырға, тормош һынауҙарына бирешмәҫкә өйрәтте.


Күпме ваҡыт үтһә лә, йыш ҡына бергәләшеп төшкән фотоларҙы ҡарайым, дуҫтарым үҙ ҡулдары менән яҙған иҫтәлектәрҙе уҡыйым һәм өс аҙна эсендә сит мөхиттә, төрлө милләт балалары менән уҙғарған көндәр һағындыра. Сөнки һәр көнөбөҙ иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды, рәхәтләнеп Ҡара диңгеҙҙә һыу индек. Тураһын әйткәндә, смена буйынса минең бер генә лә буш ваҡытым булманы.


Бына лагерь, дуҫтар менән һаубуллашыу минуттары ла етте. Күҙҙәр йәшкә мансылды, йөрәктәребеҙҙең бер өлөшөн дуҫтарыбыҙға ҡалдырып өйҙәребеҙгә таралыштыҡ.


Бер аҡыл эйәһе баласаҡ иленә әйләнеп ҡайтып булмай тигән. Ул, моғайын, Ҡара диңгеҙ яры буйында “Орленок” исемле балалар донъяһының йәшәүен белмәгәндер. Был илдең кешеләре бер ҡасан да ҡартаймай һәм улар һәр балаға илһам ҡанаттары бүләк итә...
Читайте нас: