Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Сентябрь 2018, 02:00

Ивандан өлгө алығыҙ!

Ишембайҙа 9-сы класс уҡыусыһы биш бесәй балаһын үлемдән ҡотҡарған.

Ишембайҙа 9-сы класс уҡыусыһы биш бесәй балаһын үлемдән ҡотҡарған.


1 сентябрҙә Иван Соболев мәктәптән ҡайтып килгән. Туҡталыш янынан үтеп барғанда ҡара пакеттан ҡыҙғаныс тауыш ишетеп ҡалған. Пакетты асҡас, унда яңы тыуған бесәй балалары ятҡанын күргән.

Малай күп уйлап тормаған, уларҙы өйөнә алып ҡайтҡан. Ваняның әсәһе интернет аша бәләкәстәргә әсәй тапҡан. Волонтерҙар уны Стәрлетамаҡтан алып килгән. Хәҙер йомшаҡайҙар Соболевтар-Зөбәйҙуллиндар ғаиләһе фатирында бесәйҙең йылы ҡуйынында үҫеп килә.



Фото: ғаилә архивынан.

Читайте нас: