Торатау
-4 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Сентябрь 2018, 02:00
СИФАТ ӨҪТӨНДӘ ЭШЛӘЙҺЕ БАР ӘЛЕ
Яңы уҡыу йылына маҡсаттар ҡуйған, мәғариф өлкәһендәге күп яҡлы һорауҙарҙы уртаға һалып һөйләшеүгә ҡоролған осрашыу – уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе һәр йылдағыса йөкмәткеле, эшлекле шарттарҙа үтте.
Яңы уҡыу йылына маҡсаттар ҡуйған, мәғариф өлкәһендәге күп яҡлы һорауҙарҙы уртаға һалып һөйләшеүгә ҡоролған осрашыу – уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе һәр йылдағыса йөкмәткеле, эшлекле шарттарҙа үтте.
Уңыштарҙы дөрөҫ баһалау, проблемаларҙы асыҡтан-асыҡ билдәләү артабанғы эштәргә йүнәлеш бирә. Сарала ҡатнашыусы республика мәғариф министрлығы вәкилдәре район һәм ҡалабыҙҙың белем һәм тәрбиә усаҡтарында тырышыусыларҙың хеҙмәтен, уҡыусыларҙың уңыштарын Мәҙәниәт һарайы фойеһында ойошторолған бай күргәҙмәнән дә баһалай алды. Муниципаль райондың мәғариф системаһы көслө йолаларға таяныу менән бергә заманса үҫеш юлын аныҡ билдәләгән. БР мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин, ишембайҙарҙы ихлас сәләмләп, ошо йылдарҙа республика мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштар, дәүләт кимәлендә алып барылған эштәр хаҡында уртаҡлашты. Район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин, яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлап, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә йәмғиәт, ил үҫешенә һалған тырышлыҡтары өсөн рәхмәт әйтте.
- Ил Президенты Рәсәйҙең мәктәптәрҙә белем биреү сифаты буйынса алдынғы ун ил иҫәбенә инеү бурысын, илебеҙ халыҡтарының рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре, тарихи һәм милли-мәҙәни йолалары нигеҙендә гармониялы үҫешкән һәм социаль яуаплы шәхес тәрбиәләү бурысын ҡуя. Өфөлә үткән республика мәғариф кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та беҙгә бергәләп был өлкәлә тырышырға кәрәкле өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙе билдәләне, - тине Марат Ғайсин. – Республика, район бюджетының социаль йүнәлешле булыуын ошо йылдарҙа мәғариф өлкәһен үҫтереүгә һалынған сығымдарҙан да баһалап була. “Мәғариф” милли проектында иң мөһимдәрҙән булған “Заманса мәктәп” йүнәлеше матди-техник базаны яңыртыуҙы һәм балаларҙы бер сменала уҡытыуҙы күҙ уңында тота. Ағымдағы йылда муниципаль районда белем биреү учреждениеларын ремонтлауға республика һәм урындағы бюджеттан 25 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Һигеҙ белем һәм тәрбиә усағында капиталь ремонт үткәрелде. Уҙған йыл Түбәнге Әрмет, Скворчиха, Байғужа һәм Этҡол мәктәптәрендә спортзал яңыртылһа, быйыл капиталь ремонттан һуң Кинйәбулат мәктәбе спортзалы балаларҙы балҡып ҡаршы алды. “Реаль эштәр” проекты буйынса быйыл Петровскиҙа ике балалар баҡсаһы ремонтланды. Районда демография проблемаһын хәл итеүҙә тап ошондай эштәр мөһим.
Марат Хөсәйен улы ауыл мәктәптәрендә Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына таянып башҡарылған эштәрҙе лә баһаланы. Ҡолғона белем усағында, мәҫәлән, быйыл 1,3 миллион һумға торош иткән капиталь ремонт эшләнгән. Ошо уҡ программа сиктәрендә Этҡол балалар баҡсаһы ҡыйығын ремонтлап, тәҙрәләрен алмаштырыуға аҡсалар бүленгән. Ҡала һәм район мәктәптәрендә тигеҙ мөмкинлектәр, ҡулай шарттар булдырыуға, балалар сәләмәтлеген һаҡлауға ла ҙур иғтибар бирелә. Ауыл мәктәптәрендә йылы бәҙрәфтәр булдырыу маҡсатында Урман-Бишҡаҙаҡ, Яңы Әптек, Васильевка, Көҙән, Ишәй, Биксәндә эштәр башҡарылған, Этҡол мәктәбендә лә был тәңгәлдә ыңғай үҙгәрештәр буласаҡ. Мәктәптәрҙә икенсе сменала уҡыусылар һанын кәметеүгә лә ҙур аҡсалар бүленә. 16, 19-сы мәктәптәрҙә лә киләһе уҡыу йылына был уңайһыҙлыҡтан ҡотолоп, бөтә муниципаль районда бер сменалы уҡытыуға өлгәшеү маҡсаты ҡуйылған.
Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 71-се һанында (04.09.2018) уҡығыҙ.
Фото: автор.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?