Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Сентябрь 2018, 02:00

Күгебеҙ аяҙ булһын, тип теләне балалар

Рәсәйҙә йыл һайын 3 сентябрҙә Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө билдәләнә.

Рәсәйҙә йыл һайын 3 сентябрҙә Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө билдәләнә. Ошо көнгә бағышлап Этҡол урта мәктәбендә китапхана һәм Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән "Ҡабатланмаһын, Беслан!" тип аталған сара уҙҙы.


Уҡыусылар менән бергә "Нимә ул террор?", "Кемдәр улар террористар?", "Фәжиғә янағанда нимә эшләргә?" һорауҙарына яуап биреп, Беслан фәжиғәһе тураһындағы видеотаҫма аша 1 сентябрь - Белем көнөнөң ниндәй ҡайғылы көнгә әүерелеүе тураһында белдек. Бындай ҡурҡыныс хәлдәр ҡабатланмаһын, күгебеҙ аяҙ булһын!



Читайте нас: