Төпсөк ҡыҙыбыҙ Фаягөл менән Илнур кейәүемә Хоҙай Регина, Руфина, Рәлинә исемле өс сибәр ҡыҙ бүләк иткән.
Оло ейәнсәребеҙ Регина быйыл ҡалабыҙҙың 19-сы мәктәбенә 9-сы синыфҡа уҡырға бара. Ул - уҡыу алдынғыһы. Республика кимәлендә үткәрелгән спорт ярыштарында һәм төрлө фән буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай. Туған телендә лә, русса ла һыу кеүек таҙа һөйләшә, аш-һыу әҙерләргә лә оҫта, зауыҡлы кейемдәр тегеп кейергә лә ярата. Ҡышын ҡалала уҡыһа, йәйге каникулдар етеү менән, ейәнсәребеҙ беҙҙең янға ҡайта. Ауылда ла уның яратҡан шөғөлө бар - бал ҡорттарын үрсетеү, тәрбиәләү һәм шифалы башҡорт балын алыу. Ғәҙәттә, ҡыҙ баланы бал ҡортоноң безелдәп баш осонда осоуы ғына ла ныҡ ҡурҡыуға ҡалдыра. Ә Регина нәҙекәйбил бал ҡорттары менән дуҫ. Ата- әсәһе ҡортсо кейемен кейеүгә, ҡыҙым төтәткесен тоҡандырып та өлгөрә һәм умарталыҡҡа кереп тә китә. Икенсе ейәнсәребеҙ Руфина ла ошо уҡ мәктәптең 2-се класын тамамланы. Ул да яҡшы билдәләргә генә уҡый. Өс тағандың өсөнсө терәге булған төпсөк ейәнсәребеҙ Рәлинәбеҙ быйыл уҡырға төшә. Ейәнсәрҙәребеҙҙең арымай-талмай белем тауына ышаныслы аҙымдар менән үрләүен теләйбеҙ. Улар - беҙҙең шатлығыбыҙ һәм ғорурлығыбыҙ.