Һәр мәктәптең үҙ тарихы, тәрбиәләп үҫтергән билдәле шәхестәре бар. Был ауылда ла мәғариф эше үткән быуаттың 30-сы йылдарында ойошторола, мәктәп бинаһы булмау сәбәпле, тәүҙә дәрестәр ауыл мәсетендә алып барыла. Күпмелер ваҡыттан мәктәп ете йыллыҡҡа әүерелә. Ә 1967 йылда ул урта белем биреү усағы итеп үҙгәртелә һәм тиҙҙән яңы бина төҙөлә. Яңы мәктәп һалыуға ул ваҡыттағы директор Фәрит Хәбиров ҙур көс һала. Мәктәптең 50 йыллыҡ юбилей тантанаһына төрлө йылдарҙа етәкселек иткән директорҙары ла саҡырылғайны. Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте эргәһендәге ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, Ишембай махсус белем биреү учреждениеһы директоры Гүзәл Шаһиева ла 2004-2010 йылдарҙа ошо белем усағын етәкләй. Тап шул осорҙа мәктәпкә ҙур реконструкция эшләнә. Үҙенең сығышында ул Һайран мәктәбенең һәр ваҡыт алдынғы булыуын, берҙәм коллектив тупланып балаларға төплө белем бирелеүен, был учреждениенан байтаҡ күренекле шәхестәр сығыуын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта бөгөн йәштәрҙең күпләп ситкә сығып китеүе арҡаһында ауылда балалар һанының кәмеүенә лә борсолоуын белдерҙе.