Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Июнь 2018, 02:00

Уҡыу алдынғыларына – миҙалдар!

Үткән шәмбе Ҡала мәҙәниәт һарайында быйыл 11-се класты тамамлаусы 62 егет һәм ҡыҙға “Уҡыуҙағы айырым уңыштар өсөн” миҙалы тапшырылды.

Үткән шәмбе Ҡала мәҙәниәт һарайында быйыл 11-се класты тамамлаусы 62 егет һәм ҡыҙға “Уҡыуҙағы айырым уңыштар өсөн” миҙалы тапшырылды.


Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанс һорауҙары буйынса беренсе урынбаҫары Мансур Ҡунаҡов йәштәрҙе ҡотлап, был көндөң уларҙың тормошонда иң бәхетле мәлдәрҙең береһе булыуын, ә алда тағы ла етдирәк һынауҙар көтөүен билдәләне.


- Ҡаршылыҡтар алдында юғалып ҡалмағыҙ, маҡсатығыҙға табан ышаныслы атлағыҙ. Беҙ һеҙҙән тағы ла ҙурыраҡ уңыштар көтәбеҙ, - тине ул һәм уҡыу алдынғыларына миҙалдар тапшырҙы. Уҡыуҙа ҡаҙаныштарға өлгәшкән был уҡыусыларҙың ата-әсәләре иһә Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.


Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Гөлфиә Ғүмәрова уҡытыусыларға, ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Уҡыусыларға иң изге теләктәрен юллап, барлыҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын, киләсәктә Ишембайға ҡайтып, яҡшы һөнәр эйәләре булып тыуған еребеҙгә хеҙмәт итеүҙәрен теләне.


Берҙәм Дәүләт имтихандарын юғары балдарға тапшырыусы ҡыҙҙар һәм егеттәргә лә һүҙ бирелде. Уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәре, йәштәштәренә теләктәр бик урынлы булды, ата-әсәрҙең сығышы ла сараны йәмләне.


Миҙалға лайыҡ булыусы егет һәм ҡыҙҙарҙың һәр береһенә “Афарин!” тип әйтке килә. Үҙҙәренең тырышлығы менән улар ошондай юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатынан игеҙәк егеттәр Илсаф менән Илмир Баймөхәмәтовтар икеһе лә мәктәпте миҙалға тамамлай.


- Күңелдә ғорурлыҡ тойғолары кисерәбеҙ. Бының өсөн уҡытыусыларыбыҙға, ата-әсәйебеҙгә рәхмәтлебеҙ, - тине егеттәр һәм киләсәккә хыялдары менән дә бүлештеләр. Илмир Өфө дәүләт нефть -техник университетына йыйынһа, Илсаф иһә Өфө дәүләт авиация-техник университетында белем алыусы Денис ағалары юлынан китмәксе.


Егеттәрҙең ата-әсәһе Гөлназ һәм Флүс Баймөхәмәтовтар ҙа улдарының уңыштарына шат. "Иң мөһиме был тормошта үҙ юлдарын тапһындар!”, - тиҙәр улар.


Йәштәребеҙ киләсәктә лә һынатмаҫ. Сөнки улар алдарына маҡсат ҡуя белә һәм уға өлгәшәләр.



Фото: автор.



Фотола: Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының һәләтле һәм тырыш уҡыусылары.
Читайте нас в