Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Июнь 2018, 02:00

Имтихандар тамамлана, вуздар йәштәрҙе көтә

Кисә рус теле буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды. Был имтиханды ун беренселәр 6 июндә биргәйне.

Кисә рус теле буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды. Был имтиханды ун беренселәр 6 июндә биргәйне. Республикала бөтәһе 25 уҡыусы уны 100 балға яҙған, улар иҫәбендә Ишембай уҡыусыһы булыуы шатлыҡлы – иң юғары һөҙөмтәгә 2-се мәктәптән Диана Войнова өлгәшкән.

Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, тапшырыу мотлаҡ булған был имтиханды бөтәһе 18 меңдән

ашыу уҡыусы биргән. Шулай итеп, әлегә һөҙөмтәһе билдәле булған имтихандар буйынса Башҡортостандан 48 уҡыусы теге йәки был фәндән 100 балл алыуға өлгәшкән.


20 июндә Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында рәсми рәүештә ҡабул итеү кампанияһы башлана – бөгөндән абитуриенттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һөнәрҙәргә документтарын тапшыра ала.

Шуның менән бергә берҙәм дәүләт имтиханының төп тулҡыны дауам итә, һайлау буйынса һуңғы имтихан 2 июлдә була. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн рус теленән һәм база кимәлендәге математиканан, шулай уҡ һайлаған һөнәргә ҡарап, һайлау буйынса ике-өс имтихан һөҙөмтәләрен бирергә кәрәк. Ҡайһы бер вуздар һәм факультеттар, мәҫәлән, ижади, үҙҙәренең өҫтәмә ҡабул итеү һынауҙарынойоштора.

Әгәр абитуриенттар берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса уҡырға инә икән, вуздарға документтар ҡабул итеү 26 июлдә тамамлана. Юғары уҡыу йорто үҙе һынауҙар үткәрһә, документтар ҡабул итеү 10 июлдән дә һуңға ҡалмаҫҡа тейеш. Уҙған йылдағы кеүек үк, абитуриенттар биш вузға өс төрлө һөнәргәдокументтар тапшыра ала.

Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен алғандан һуң, сығарылыш уҡыусылары «Уҡырға ин. Онлайн» махсус сервисы ярҙамында үҙҙәренең вузға инеү мөмкинлеген баһалау мөмкинлегенә эйә. Был калькуляторҙа абитуриенттың берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре бар, ул уның ниндәй уҡыу йорттарына һәм һөнәрҙәргә үтә аласағынкүрһәтә.
Ҡабул итеү кампанияһы ваҡытында абитуриенттар өсөн төп даталар:
20 июнь — вуздар документтар ҡабул итә башлай;
26 июль — ғаризалар ҡабул итеү тамамлана;
27 июль — уҡырға алыу башлана;
29 июль — уҡырға алыу тураһында приказ сығарыла;
3 август — уҡырға алыу тураһында икенсе приказ сығарыла;
8 август — буш урындарға һәм түләүле бүлектәргә уҡырға ҡабул итеү башлана.


Фото: pixabay.com


Читайте нас: