Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Июнь 2018, 02:00

Һай, ҡурайы ла, ҡурайы!

- Ә һин ниндәй башҡорт милли инструментарын беләһең?
- Ҡурай!
- Ҡурай!
- Ҡумыҙ?
Ысынлап та, ошо ике исемдән башҡаны белеүселәр һирәк. Әгәр ҙә ҡурай төрҙәре тураһында Ишәй урта мәктәбе уҡыусылары ишетеп кенә түгел, ә күреп тә белһәләр, ҡумыҙ серҙәренә кисә өйрәнделәр. Өфө ҡунагы, виртуоз ҡубыҙсы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисты Зәйнетдинов Миндиғәфүр Миндиәхмәт улы «Йәйләү» профилле сменаһына йөрөгән уҡыусыларҙы төшөндөрҙө был серҙәргә.
Ер йөҙөндә ике йөҙгә яҡын ҡумыҙ төрө бар икән: ағас, еҙ, таш, һөйәктән эшләнгән ҡумыҙҙар. Ә тауыштары һуң! Һуҙынҡы өндәрҙе сығарыу (уҡыусылар исемдәрен ишетеп ҡыуандылар), ел һыҙғырыуы, буран ыжғырыуы, ат тояғы тыҡылдауы, ә ҡоштар һайрауын-ҡысҡырыуын әйтеп тораһыла юҡ! Танау менән өрөп тауыш сығартҡан һайрандың исеме есеменә тап килеп тора. Туңдырма таяҡсаһына оҡшаған ағас ҡумыҙ моңо ла иҫ китмәле.
Уҡыусылар ҡумыҙ моңон тыңлауҙан тыш, ҡумыҙҙа, һайранда уйнап, ансамбль ойоштороп, бейеп күңел астылар. Һәм иң мөһиме, «Ҡасан тағы киләһегеҙ?», «Минең дә уйнарға өйрәнгем килә!» тигән һүҙҙәр булды.


Читайте нас: