Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Июнь 2018, 02:00

Беҙ - Салауат тоҡомо

Маҡар ауылы моделле китапханаһында бөйөк шәхесебеҙҙең тыуған көнөнә арналған “Беҙ - Салауат тоҡомо” тип аталған әҙәби-музыкаль кисә булып үтте.

Шағир-импровизатор, азатлыҡ өсөн көрәшеүсе, тыуған илебеҙҙең милли батыры Салауат Юлаевтың исеме һәр беребеҙгә яҡшы таныш. 14 июндә Маҡар ауылы моделле китапханаһында бөйөк шәхесебеҙҙең тыуған көнөнә арналған “Беҙ - Салауат тоҡомо” тип аталған әҙәби-музыкаль кисә булып үтте.


Маҡар мәктәбе эргәһендә ойошторолған ял һәм хеҙмәт лагерына йөрөүсе уҡыусылар шағир-сәсәндең беҙҙең көндәргә килеп еткән әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштереп, илһөйәрлек менән һуғарылған бихисап шиғырҙарын ятлап, төрлө илдәрҙең күренекле шәхестәренең батырыбыҙ тураһындә әйткән фекерҙәрен уҡып ишеттерҙе.


Артабанғы өлөштә улар үҙҙәренең белемдәрен барлап, китапханасы әҙерләгән викторина һорауҙарына төплө яуап бирҙеләр. “Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап” әҫәре буйынса төшөрөлгән фильмдан өҙөк ҡарап, унда ҡатнашыусы актерҙар тураһында ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле мәғлүмәттәргә эйә булдылар. Сарала ҡатнашыусы һәр бала рухи байрамдан дәрт, илһам алып, киләсәктә тыуған илебеҙҙең алдынғы ҡарашлы ул һәм ҡыҙҙары, тыуған еребеҙҙең ысын патриоттары булып йәшәргә һәм эшләргә тигән яҡты маҡсаттар ҡуйып таралыштылар.



Читайте нас: