Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Май 2018, 02:00

Бишенсегә күсте дүртенселәр

30 май Ишәй урта мәктәбенең 4-се класын тамамлаусы 8 уҡыусы өсөн сығарылыш тантанаһы үтте.

30 май Ишәй урта мәктәбенең 4-се класын тамамлаусы 8 уҡыусы өсөн сығарылыш тантанаһы үтте. Балаларҙың байрамын ҡарарға уҡытыусылар, ата-əсəлəре, туғандары ла килгəн ине.


Байрам сараһының төп геройҙары – 4-се класс уҡыусылары башҡарған шиғри юлдар, йыр-бейеүҙəр менəн сара башынан алып аҙағынаса оҙатылып барҙы. Балаларҙың сикһеҙ рəхмəт һүҙҙəре мәктәпкә, ундағы эшлəгəн хеҙмəткəрҙəргə һəм уларҙың ата-əсəлəренең күңелдəренə моң булып яғылды.

Артабан һүҙ дүртенселəрҙең тəүге уҡытыусыһы Нәфисә Радик ҡыҙына бирелде.

– Һиҙелмəй генə дүрт йыл үтеп тə китте һəм беҙгə хушлашырға ваҡыт етте. Ə минең өсөн һеҙ йөрəгемдə мəңгегə урын аласаҡһығыҙ. Юғары кластарҙа ла мәктәптең яҡшы уҡыусылары булып, уның исеменə тап төшөрмəй, данын тағы ла арттырырһығыҙ, туғандарығыҙҙы һəр ваҡыт өлгөлө тəртибегеҙ менəн ҡыуандырып торорһоғоҙ, тип ышанам. Ҙур рəхмəтемде ата-əсəлəргə лə еткерəм. Уҡыу барышында ниндəй генə һорау менəн генə мөрəжəғəт итһəм дə, һеҙҙəн һəр саҡ кəрəкле ярҙам алдым, – тине уҡытыусы һәм уҡыусыларға иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы.

Башланғыс кластың сығарылыш уҡыусылары бейеп, дəртле йырлап, тасуири шиғырҙар һөйлəп, үҙҙəренең байрамын биҙəне, һəлəттəрен күрһəтте.

Тантаналы байрам сараһы уҡыусыларҙың берҙəм йыры менəн тамамланды. Тамашасылар онотолмаҫ хис-тойғолар алып таралышты был көндө.

Беҙ ҙə 4-се класс уҡыусыларына иҫəнлек-һаулыҡ, юғары кластарҙа ла белем үрҙəренə үрлəгəндə уңыштар, ə ата-əсəлəргə һəм уҡытыусыларға оло түҙемлек, сыҙамлыҡ, ҡаҡшамаҫ сəлəмəтлек телəйбеҙ.



Читайте нас: