"Тирмәкәй”гә йөрөй башлағанда уларға 2-3 йәш кенә, ҡайһылары һөйләшә лә белмәй ине. Махсус программаға ярашлы, хәреф танырға һәм тағы ла бик күп һөнәрҙәргә өйрәнде улар. Ана бит, сығарылыш кисәһе көнөндә ата-әсәләр, килгән ҡунаҡтар алдында бар оҫталыҡтарын асып һалдылар.