- Алда яуаплы осор - дәүләт имтихандары, барығыҙға ла уңыштар, түҙемлек теләйем. Үҙ юлығыҙҙы табып, һөнәрле ҙур кешеләр булғанда ла туған мәктәп, тыуған ер һеҙҙе үҙенә тартып торор, тип ышанам. Ата-әсәләрегеҙ, уҡытыусыларығыҙ бөгөн һеҙҙән нығыраҡ тулҡынлана, һеҙгә ҙур ышаныс бағлай. Изге хыялдарығыҙҙан тайпылмағыҙ, ҡыйыу, илһөйәр булығыҙ, - тине Гөлфиә Сынтимер ҡыҙы сығарылыш уҡыусыларына аҡ юл теләп. Ата-әсәләрҙең, балаларҙың рәхмәт һүҙҙәренә изге теләктәр үрелде, ошо йылдар дауамында оҙата килгән йырҙар күңелдәге иңнескә ҡылдарҙы тибрәтте.