Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Май 2018, 02:00

Ҡарайған башланғыс мәктәбендә сығарылыш иртәлеге үтте

Ҡарайған башланғыс мәктәбендә 25 май сығарылыш иртәлеге үтте.

Бала саҡ! Сафлыҡ, ихласлыҡ, тоғролоҡ иле. Кескәй уҡыусылар күңелендә мәктәп тормошо һәр ваҡыт йылы, наҙлы хистәр, яҡты көндәр булып ҡалһын өсөн, әлбиттә, һәр уҡытыусы ҙур тырышлыҡ һалаҙыр.
Һиҙелмәй генә дүрт йыл үтеп тә китте һәм хушлашыр мәл етте.
Ҡарайған башланғыс мәктәбендә 25 май сығарылыш иртәлеге үтте. Минең быйылғы ҡарлуғастарымдыңда хәтерендә башланғыс мәктәптә үткән йылдары тик яҡты иҫтәлек булып ҡалыр, тигән ышаныстамын. Бының өсөн төрлө күңелле саралар, байрамдар,конкурстар үткәрелеп торҙо.
Ауыл инәйҙәре менән берлектә үткәрелгән “Өләсәй һандығы” фольклор байрамы балаларҙа милли рух, халыҡ ижадына һөйөү үҫтереү, халҡыбыҙҙың йолаларын өйрәнеү өсөн тәрбиәүә әһәмиәткә бай сара булды.
Ата-әсәләр ярҙамында Стәрлетамаҡ драма театрына мауыҡтырғыс әкиәттәр иленә сәйәхәт ҡылдыҡ. Матур тамашалар ҡарағандан һуң, үҙҙәре лә ҡыҙығып китеп музыкаль әкиәт ҡуйҙылар.
Муниципаль район кимәлендә үткәрелгән әҙәби уҡыуҙар конкурсында ҡатнашып, өсөнсө урынға лайыҡ булды уҡыусылар. Шулай уҡ предмет олимпидаларында әүҙәм ҡатнашып юғары һөҙөмтәләргә ирештеләр. Озерских Карина рус теленән үткәрелгән олимпиаданың муниципаль этабында 1-се урын алып, республика беренселегендә (Стәрлетамаҡ, Стәрлетамаҡ районы, Ишембай һәм Ишембай райондары араһында) үҙенең юғары белемен иҫбатлап тағы ла алдынғылыҡты яуланы.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү үҫтереү маҡсаты менән үткәрәлгән “Һаумы, һаумы әкиәт!” бәйгеһендә Искәндәрова Гөлназ икенсе йыл ҡатнашып призлы урын алды. Былтыр “Тамашасылар һөйөүе” призына лайыҡ булһа, быйыл Гран-при яулап бөтәбеҙҙе шатландырҙы ул. Һүрәт төшөрөүгә оҫта Жданова Эльнара муниципаль этапта ижади эш менән “Минең буласаҡ һөнәрем” номинацияһында 2-се урынлы булды.
Был уңыштар беҙҙең бәләкәй мәктәбебеҙ, ата-әсәләр өсөн дә ҙур кыуаныс булып тора. Был сығарылыш иртәлеген дә дүртенсе класты тамамлаусы һылыу ҡыҙҙарым дәртле йыр-бейеүҙәре, тасуири шиғырҙар һөйләүе менән биҙәне.

Бөтә ата-әсәләр исеменән Сәфәрғолова Гөлбикә аң-белемгә, һәләттәрен асыуға һәм үҫтереүгә булышлыҡ иткән уҡытыусыға, барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, балаларға бүләктәр тапшырып үтте. Был күңелле лә шул уҡ ваҡытты моңһоу ҙа булған сара тәмле сәй табыны менән тамамланды.
Үҙҙәре тураһында яҡты иҫтәлек ҡалдырырға теләп, март айында уҡ төрлө-төрлө сәскә орлоҡтарын сәсеп мәктәбебеҙҙең тәҙрә төптәрендә мул ғына үҫентеләр үҫтерҙе уҡыусылар. Оҙаҡламай уларҙы түтәлдәргә генә сығарып ултыртаһы ҡала.
Уҡыусыларыма киләсәктә артабан да белем тауына күтәрелгәндә юғалып ҡалмаҫҡа, ҡыйыу алға барырға, уңыштарға бай киләсәк теләйем.
Читайте нас: