Торатау
+5 °С
Ясна
VK
Ышаныс телефондары
OK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Май 2018, 02:00
Кинйәкәй уҡыусылары экскурсияға барҙы
Һәр йыл һайын уҡыу йылы аҙағында яҙғы экскурсияны балалар көтөп ала. Быйыл да беҙ ата-әсәләр менән бергәләп велосипедтарҙа Һөйөрсәк тауына барҙыҡ.
Һәр йыл һайын уҡыу йылы аҙағында яҙғы экскурсияны балалар көтөп ала. Быйыл да беҙ ата-әсәләр менән бергәләп велосипедтарҙа Һөйөрсәк тауына барҙыҡ. Юл ыңғайы шишмәгә лә туҡталдыҡ. Уның тәмле һыуын эсеп хәл алғас, тауға күтәрелдек.
Тау башынан тирә-яҡ тәбиғәт, күрше ауылдар, Салауат ҡалаһы ус төбөндә генә һымаҡ күренә ине. Һуңынан балалар менән төрлө уйындар уйнаныҡ, өйҙән алып килгән тәмлекәстәр менән һыйландыҡ.
Экскурсия барыһына ла бик оҡшаны!
Фото:
https://vk.com/id464029443
Читайте нас: