Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Май 2018, 02:00

Аҡ юл һеҙгә!

Бөгөнгө көндә, Ишәй урта мәктәбен 10 егет һәм 6 ҡыҙ тамамланы. Улар өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңлауы яңғыраны.

Бөгөн яҡты, ҡояшлы, йәмле май айының ғәҙәттәге бер көнө. Ошо ғәҙәттәге аяҙ көн кеше ғүмеренең онотолмаҫ, иҫтәлекле бер ваҡиғаһы булып, күптәрҙең күңелендә иҫтә ҡалыр. Бөгөн илебеҙҙең барлыҡ мәктәптәрендә лә 11-се класс уҡыусыларының мәктәп тамамлау уңайынан “Һуңғы ҡыңғырау” байрамдары уҙа. Ә инде 11-се класс булмаған мәктәптәрҙә бындай байрам булмаймы, тигән һорау тыуыр күңелдәрҙә. Борсолорға урын юҡ. Ундай осраҡта байрам тантанаһы сәбәпсеһе булыу йөгө 9-сы класс ҡыҙ һәм егеттәре иңенә төшә.


Бөгөнгө көндә, Ишәй урта мәктәбен 10 егет һәм 6 ҡыҙ тамамланы. Улар өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңлауы яңғыраны.


Хөрмәтле сығарылыш класс уҡыусылары! Мәктәптә алған белемдәрегеҙ һеҙгә киләсәктә киң ишектәр асһын, оло бейеклектәргә үрләргә, тормош юлынан ышаныслы атларға ярҙам итһен! Имтихандарҙы – ОГЭ һынауҙарын, юғары уҡыу йорттарына инеү конкурстарын уңышлы үтеүгеҙҙе теләйбеҙ! Һәр берегеҙгә оло бәхет, ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешергә насип булһын. Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, ҡояш кеүек балҡып йәшәгеҙ!


Бирешмәгеҙ! Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!



Читайте нас: