Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Май 2018, 02:00

Донъяны матурлыҡ, аҡыл, һәләт ҡотҡарыр

Ошо көндәрҙә районыбыҙҙың иң өлгөлө, тырыш, һәләтле балаларын йыйған “Йыл уҡыусыһы-2018” конкурсы еңеүсеһе билдәле булды.

Ошо көндәрҙә районыбыҙҙың иң өлгөлө, тырыш, һәләтле балаларын йыйған “Йыл уҡыусыһы-2018” конкурсы еңеүсеһе билдәле булды. Гран- при Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия- интернатының 9 А кла- сы уҡыусыһы Розалия Мөхәмәтйәновала!
2048 йылда Рәсәй донъяны экология һәләкәтенән ҡотҡара аласаҡ берҙән-бер дәүләт буласаҡ, сөнки был ваҡытҡа илебеҙҙә альтернатив энергия сығанағы уйлап табыласаҡ, ә пластик һауыттар менән ҡулланғандар өҫтәмә һалым түләйәсәк... Конкурс һынауҙарының береһендә Розалия ил киләсәген бына ошолай һүрәтләгәйне. Бөтә фәндәрҙән өлгөлө өлгәш- кән ҡыҙ киләсәктә дипломат булырға хыяллана – донъя киңлегендә Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлау һәр заманда кәрәк. Көслө команда булып, класташтары менән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ултырышын сәхнәләштергәндә жюри ағзалары һәр фекерҙең тос, нигеҙле булыуына һоҡланды. Аҡыллы, киң белемле һәм шул уҡ ваҡытта баҫалҡы Розалия визитка һынауында үҙе синтезаторҙа уйнап, үҙе йырланы, шиғыр уҡыны.
Финалға һайлап алыу турында иң уңышлы эссе яҙыусы һигеҙ уҡыусы үткәйне. Улар ҙа сәхнәлә төрлө һәләттәрен аса алды, иң мөһиме, киләсәк һөнәрҙәрендә үҙҙәрен ышаныслы күрәләр. Мәҫәлән, Петровский мәктәбенән Азалия Хәлитова акушер-гинеколог булып, ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге һағында торорға, донъяға сабыйҙар һау- сәләмәт тыуыуына үҙ өлөшөн индерергә йыйына. Үрге Этҡол мәктәбенән Зөлфиә Ғәйнетдинова ла табип булып, балалар дауаларға теләй. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ҡыҙҙар һөнәр алғандан һуң тыуған яҡтарына ҡайтырға уйлай. 2-се мәктәптән КВН геройы Борис Девяткинды әле үк ысын мәғәнәһендә артист тип атарға була, һөнәрҙе лә ул ошо өлкәлә һайламаҡсы. 12-се лицейҙан Ынйы Әбдрәшитова һәм Башҡорт кадет корпусынан Әлфиә Ғайсина тамашасыларҙы журналист һөнәренә ғашиҡ итте. 11-се мәктәптән Анастасия Леонова һәм 1-се гиназиянан Анаста- сия Туленкова киләсәктәрен сәнғәт донъяһында күрә, донъяны матурлыҡ ҡотҡарасаҡ, тигән фекер менән улар тулыһынса килешә.
Йәштәр “Ораторлыҡ оҫталығы” конкурсында ла өҫтәмә балдар яулай алды. Тамашасыларға еткерергә теләгән фекерҙәре, бирелгән проблеманы асыу юлдары ысындан да һоҡландырҙы – бына тигән йәштәр үҫкән! Әйткәндәй, конкуренция шул тиклем тығыҙ барҙы, һөҙөмтәһе ундан бер балға ғына айырылған һынауҙар булды. Йола буйынса “Йыл уҡыусыһы” муниципаль конкурсы йомғаҡтары уҡыу йылы аҙағында ойошторолған “Танылыу” тантанаһында иғлан ителә ине. Был юлы жюри ҡатнашыусыларҙы зарыҡтырмай, конкурс һөҙөмтәһе менән көттөрмәҫкә булды. Грамота һәм бүләктәрҙе уҡыусылар тантана мәлендә район хакимиәте башлығы ҡулынан аласаҡ. Шулай итеп, Гран-при Розалия Мөхәмәтйәновала булһа, 1-се урында – Ынйы Әбдрәшитова, 2-се – Зөлфиә Ғәйнетдинова, 3-сө урынға Азалия Хәлитова лайыҡ булды.
Конкурста ҡатнашыусылар көйәрмәндәре - класс етәкселәре менән класташтарына айырым рәхмәт юллай. Еңеүселәр үҙенең мәктәбе, класташтары менән ғорурланыуын, шәхес үҫеше өсөн конкурстарҙың төрлөһөн үтергә кәрәклеген дә әйтте.
Фото: автор.
Читайте нас: