Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Май 2018, 02:00

Тарих һаҡлай музей

Кинйәкәй мәктәбе уҡыусылары музейға сәйәхәт ҡылды. Уҡыусыларға боронғо башҡорттарҙың йорттарҙа ҡулланыла торған кәрәк-яраҡ әйберҙәре күрһәтелде.

16 майҙа Кинйәкәй мәктәбе уҡыусылары музейға сәйәхәт ҡылды. Уҡыусыларға боронғо башҡорттарҙың йорттарҙа ҡулланыла торған кәрәк-яраҡ әйберҙәре күрһәтелде.
Әлфиә Кинйәбаева ошо әйберҙәрҙең ни өсөн ҡулланылыуын һөйләп китте. Вәлимә Юмагулова ғәиләләге боронғо йолалар тураһында һөйләне һәм мәғәнәһен аңлатты. Балалар бик ҡыҙыҡһынып тыңланы, ҡайһы берәүҙәре өләсәйҙәренең боронғо һөт айырғысын белеүҙәрен әйттеләр. Һәр нәмәне үҙ ҡулдары менән тотоп ҡарап һорауҙар бирҙеләр.
Балалар ошондай боронғо әйберҙәр өйҙәрендә һаҡланһа, музейға тапшырырға, тигән теләк менән таралышты.


Читайте нас: