Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Май 2018, 02:00

Ер хужаһы булырға өйрәнәбеҙ

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында дөйөм белем биреү учреждениелары араһында “Ер хужаһы” тип исемләнгән уҡыу-тикшеренеү эштәренең өсөнсө республика конкурсы үтте.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында дөйөм белем биреү учреждениелары араһында “Ер хужаһы” тип исемләнгән уҡыу-тикшеренеү эштәренең өсөнсө республика конкурсы үтте.
Унда 12 район һәм 4 ҡаланан барлығы 90-ға яҡын бала ҡатнашты. Ауыл хужалығы һөнәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, ауылдарҙа йәшәү кимәлен күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған был сарала уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен яҡлап ҡына ҡалманы, тормошта артабан кәрәк булырлыҡ фәһемле мәғлүмәттәр, тәжрибәләр тупланы.
Конкурста абруйлы ҡунаҡтар - Башҡорт дәүләт аграр университетынан ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Мөхәмәт Хәйбуллин, БР Ауыл хужалығы министрлығының ғилми-белем биреү учреждениелары менән бәйләнеш бүлегенән әйҙәүсе белгес-эксперт Алевтина Пицко, РФ агросәнәғәт комплексы профсоюз хеҙмәткәрҙәренең республика ойошмаһы рәйесе Ҡәҙриә Ғәйнетдинова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының баш белгесе Рәйсә Кузбәкова ҡатнашты.
Уҡыусылар “Минең ауылым”, “Минең бизнес-планым”, “Минең һөнәрем”, “Башҡортостан шарттарында үҫемлекселек”, “Зоология һәм ветеринария”, “Умартасылыҡ һәм бал биреүсе үҫемлектәр”, “Тәбиғәт һәйкәлдәре һаҡлау” секцияларына бүленеп эшләне. Мәҫәлән, “Зоология һәм ветеринария” секцияһында хатта балалар баҡсаһы уҡыусыларының малсылыҡ фермалары, малдарҙы тәрбиәләү буйынса сығышы бик ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Бәләкәстәр үҙҙәре өсөн дә файҙалы мәғлүмәт алды, башҡа уҡыусылар ҙа уларҙы ҡыҙыҡһынып тыңланы. Ауыл тарихына ҡағылышлы төплө эҙләнеүҙәр ҙә, ауылда эшҡыуарлыҡ ойоштороу буйынса ла мауыҡтырғыс сығыштар яңғыраны.
Һәр номинация буйынса еңеүселәр, призерҙар билдәләнде. Конкурс еңеүселәре исемлегендә 2-се башҡорт гимназия-интернатынан Дания Мырҙабаева, Элина Ғәзизова, Ильяс Рахманов, Хәйбулланан Нәркәс Мөхәмәтова, Күгәрсендән Гөлфиә Килсенбаева, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы мәктәбенән Әҙилә Ғәлиуллина, Шарандан Дарья Бикташева, Баймаҡтан Солтан Джумаев. Призерҙар исеменә лайыҡ булыусылар ҙа байтаҡ. Улар рәтендә Ишембай уҡыусылары ла бар – 2-се башҡорт гимназия-интернатынан Розана Әхтәмова, Айгизә Насырова, Илүзә Насырова, Азамат Кәримов, Гөлназ Ильясова, Оскар Хәлитов, Денис Дусалин, Алһыу Вәхитова, Алина Иҫәнова, Динислам Булташев, Ильмира Зәлилова, Этҡол мәктәбенән Фидалиә Фәхретдинова, Айгизә Нәбиуллина, Әлфинә Юлмөхәмәтова, Миләүшә Заһиҙуллина, Зөлфиә Ғәйнетдинова, Әлиә Рәхмәтуллина, Ишембай ҡалаһының Балаларҙың экология-биология үҙәгенән Юлианна Каунова бар.
Бөгөнгө йәштәр араһында ауылды перспективаһыҙ тип һанаусылар аҙ түгел. Әлеге сара ауылдарҙа матур итеп йәшәү мөмкинлеген дәлилләне. Малсылыҡ, йәшелсә үҫтереү һәм башҡа йүнәлештәр буйынса балалар артабан тормошта кәрәкле белем тупланы. Был сара ауыл мәктәптәре уҡыусыларына конкурста ҡатнашып үҙҙәренең көсөн һынау өсөн ҙур мөмкинселек булды. Республикабыҙҙың алыҫ төбәктәренән уҡыусылар килеүе лә конкурстың абруйын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта Ишембай ауылдарынан бары тик ике мәктәптән - Этҡол һәм Урман-Бишҡаҙаҡтан ғына ҡатнашыуҙары үкенесле. Киләсәккә маҡсат күңелдә бала саҡтан һалына. Ауылда йәшәү шарттарын яҡшыртыу, эш урындары булдырыу кеүек уртаҡ ынтылыш менән янған үҙ еренең патриоттары, эшҡыуарҙары күберәк булғанда ауылдар ҙа күтәреләсәк. Башҡорт гимназия-интернаты башланғысы менән ойошторолған был конкурс уҡыусылар күңеленә ошондай орлоҡтар һалыныуына булышлыҡ итмәй ҡалмаҫ.
Фото: автор.
Читайте нас: