Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Апрель 2018, 02:00

Яҙғы өмәләр башланды

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты коллективы тирә-яғын тәртиптә тотоуға һәр ваҡыт ҙур иғтибар бирә.

10 апрелдән район һәм ҡалала яҙғы санитар таҙартыу айлығы башланды. Айлыҡ 16 майға тиклем барасаҡ. Был осорҙа ауылдар, предприятиелар, учреждениелар, ойошмалар биләмәләрендә тирә-яҡты таҙартыу, төҙөкләндереү буйынса экологик өмәләр уҙғарыла, йәшелләндереү буйынса саралар күрелә, ағас үҫентеләре ултыртыла.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты коллективы тирә-яғын тәртиптә тотоуға һәр ваҡыт ҙур иғтибар бирә. Быйыл да ер ҡарҙан әрселеү менән биләмәне былтырғы япраҡтарҙан, сүп-сарҙан таҙартыу эштәре башланды. Йәшелләндереү буйынса ла бында даими эш алып барыла. Әйтергә кәрәк, гимназияла йыл һайын яҙын “Ер хужаһы” тип исемләнгән республика конференцияһы уҙғарыла. Уның сиктәрендә ҡунаҡтар, уҡыусылар ҡатнашлығында йәш үҫентеләр ултыртыу матур йолаға әүерелгән. Быйыл да гимназия биләмәһен ағастар менән тулыландырыу ниәтләнә.

Фото: автор.
Читайте нас: