Балаларыбыҙ туған телендә әкиәт һөйләйме? Ә беҙ уларға? Был йәһәттән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия- интернатының балалар баҡсаһы бәләкәстәре һөйөндөрә. Ошо көндәрҙә баҡсала «Кемдең күлдәге матур?» башҡорт халыҡ әкиәте сәхнәләштерелде.
Бөтәһе 120 бала йөрөгән мәктәпкәсә тәрбиә һәм белем биреү учреждениеһы өсөн бындай саралар ғәҙәти күренеш.
- Туған телмәр мөхитендә үҫкән балалар өсөн ролдәрҙе башҡортса уйнау ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Ата-әсәләр ҙә ярҙамға килергә тора, баҡсала өйрәнгәнде өйҙә нығытыу кәрәк икәнен аңлайҙар, - ти театр түңәрәге етәксеһе Вәсилә Хөсәйенова. – Сәхнәләштерелгән күренештәрҙе балалар күңелдәре аша үткәреп ҡабул итә, ә әкиәттәрҙә халыҡ тәрбиәһе көслө. Улар шулай уйнай-уйнай әхлаҡ нигеҙҙәренә өйрәнә, тиҫтерҙәре алдында сығыш яһау ҙа күңелдәрен үҫтерә.
ҡупшы кейенгән, ә телмәрҙәре
башҡортса спектаклдәр уйнауын көн дә күрмәйбеҙ шул.
мәктәпкәсә төркөмө муниципаль конкурстарҙың да
төрлөһөндә ҡатнашып килә.
Әле бында “Тамырым” поэтик фестиваленең беренсе этабына әҙерлек барыуын
белдек, апрель аҙаҡтарында
“Кәкүк сәйе” йолаһын курһәтеү
ниәттәре бар. Баҡсала театр
оҫталығынан тыш бейеү, вокал, башҡорт фольклоры, ҡом
анимацияһы, шашка, ваҡ моториканы, конструкторлыҡ
һәләтен үҫтереүсе түңәрәктәр
уңышлы эшләп килә. Уларҙың
өҫтәмә түләүһеҙ ойошторолоуын да баһаламай булмай.
Әкиәт ҡуйғанда балалар ошо
бар өйрәнгәндәрен эшкә ҡуша
ла инде. Тағы төрлөһө булыр әкиәттәрҙең, иң мөһиме
– йәш быуын кескәй йәштән
үҙҙәре өсөн халҡыбыҙҙың тел
байлығын аса, ә быны күңелдәр
бикләнмәҫ борон эшләп ҡалыу