Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Апрель 2018, 02:00

Йәш сәсәндәр конкурсы

Маҡар ауылы моделле китапханаһы мәктәп уҡытыусылары менән берлектә халҡыбыҙҙың мәшһүр «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһен үткәрҙе.

Маҡар ауылы моделле китапханаһы мәктәп уҡытыусылары менән берлектә халҡыбыҙҙың мәшһүр «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһен үткәрҙе. Беренсе тапҡыр ғына ойошторолоуға ҡарамаҫтан был йыйында мәктәптең 1-9 класс уҡыусылары ҙур теләк менән ҡатнашты.
Йыйын китап уҡыусыларҙың “Башҡортостан – ғорур тауҙар иле” тигән сығышы менән башланып китте. Кисәнең төп өлөшөндә йәш сәсәндәр сәхнә түренә сыҡты. Бәйгелә тырыш, һәләтле, сәмле 12 бала һынау тотто. Улар араһында “Урал батыр” эпосынан өҙөктәрҙе башҡорт телендә генә түгел, русса һөйләүселәр ҙә булды. Конкурстың был төрө өс төркөмдә баһаланды. Бәләкәйҙәр араһында үҙенең сағыу сығышы һәм иң күп юл ятлауы менән Әмир Икрамов беренсе урын яуланы, икенсегә - Фидан Хәбибуллин, өсөнсөгә Наҙгөл Хәйбуллина лайыҡ булды. Урта һәм өлкән кластар араһында беренсе урынға Алтынбаева Алина сыҡһа, икенсе урынға Әсҡәт Дәүләтҡолов, өсөнсөгә Линар Хисмәтуллин лайыҡ тип табылды.
Күркәм сара етенсе класс уҡыусылары әҙерләгән “Урал батыр” эпосын сәхнәләштереү менән тамамланды. Һүҙ оҫталарының ысын күңелдән, бөтә оҫталыҡтарын һалып әҙерләгән тамашаһында һәр образ бик оҫта һынландырылды. Урал образын һынландырыусы Илнур Ҡарамышевтың башҡорт батырына хас көр, рухлы тауышына, Шүлгәнде кәүҙәлләндергән Ринат Яхиндың, Азат Ғилфанов менән Элина Хөбөтдиноваларҙың оҫталығына һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Юлдаш Тимербулатовтың оҫта итеп ҡурайҙа уйнауы, Азалия Кәримованың ҡурай моңона ҡушылып эпосты тасуири һөйләүе кисәгә тағы ла йәм өҫтәне.
Еңеүсе берәү була, әммә ошо конкурста ҡатнашырға батырсылыҡтары еткән һәр уҡыусыны бѳгѳн еңеүсе тип әйтергә мѳмкин. Был сарала еңеүсе уҡыусыларыбыҙҙы юғары кимәлдә әҙерәләүсе уҡытыусыларға һәм бигерәктә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәшиҙә Ғаяз ҡыҙы Мөхйәноваға ҙур рәхмәтлебеҙ. Ғөмүмән, эпосты сәхнәләштереүсе һәм яңғыҙ башҡарыусы балаларҙың образға инеп, уны йөрәктәре аша үткәреп, мәғәнәһенә төшөнөп һөйләүҙәре ҡыуандыра, киләсәктә халҡыбыҙҙың рухи байлығы булған “Урал батыр” эпосы йәш сәсәндәр бәйгеһе артабанда дауам ителеренә ҙур ышаныс менән таралыштыҡ.
Ошо кисәнең еңеүсе уҡыусыларыбыҙ 6 апрелдә Ишембай ҡалаһында район һәм ҡала гимназияһында юғары кимәлдә үткәрелгән “Урал батыр” эпосы буйынса йәш сәсәндәр конкурсында ҡатнашып, ҙур баһа алып ҡайтты. Яттан һөйләү буйынса беренсе урынды Фидан Хәбибуллин, өсөнсө урынды Әмир Икрамов, эпосты сәхнәлештереүҙә етенсе класс уҡыусылары икенсе урын яуланылар. Киләсәктә лә һынатмаһындар, балаларыбыҙ күңелендә тел серҙәре, тыуған ергә һәм милләтебеҙгә һѳйѳү орлоҡтары һүнмәһен, һүрелмәһен.



Читайте нас: